Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Апрель , 23:00

Салауат районында һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә

Районда ауылдарҙа яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары ҡуйыла, үҙәк дауахананың матди-техник базаһы нығытыла.

Салауат районында һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә
Салауат районында һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йыллыҡ отчет менән сығыш яһағаны.

– Һуңғы 5 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә иҫке һәм авария хәлендәге фельдшер-акушерлыҡ пункттары урынына 351 модулле ФАП ҡуйылды. Ауылдарҙа 66 һаулыҡ һаҡлау объектына капиталь ремонт үткәрелде, медицина ойошмаларына 352 берәмек автомобиль транспорты һатып алынды, уларҙың 275-е “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынды. Халҡы аҙ булған урындарҙа йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген арттырыу өсөн республикаға 49 күсмә медицина комплексы килде, – тине Андрей Назаров.

Салауат районында ла республика Хөкүмәте һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһе үҫешә. 2019–2023 йылда Тирмән, Башҡорт Илсекәйе, Мәсетле, Йыланыш, Нәсибаш, Таймый, Комсомол, Урмансы ауылдарында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары ҡуйылды. Уларҙа бөтә шарттар ҙа булдырылған: электр, йылылыҡ, һыу, канализация. Интернет үткән, медицина ҡорамалдары ла бар. 2024 йылда Салауат районында ошондай заманса медпункттар тағы ете ауылда: Илтәй, Яңы Ҡаратаулы, Ахун, Сулпан, Урмантау, Янғантау һәм Сыбаркүлдә төҙөләсәк.

2022 йылда Арҡауыл табип амбулаторияһына капиталь ремонт үткәрелде, амбулатория яңы мебель менән йыһазландырылды. Малаяҙ үҙәк район дауаханаһына “Диаком” яңы рентген диагностика аппараты килтерелде. Аппарат өсөн “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһы буйынса яңы кабинет йыһазландырылды. “Диаком” рентген комплексы Салауат районы халҡына тәүге медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Малаяҙ үҙәк район дауаханаһына “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһы буйынса өйгә кисектергеһеҙ саҡырыуҙарҙы хеҙмәтләндереү өсөн яңы “Лада Гранта” автомобиле алынды.

2023 йылда Малаяҙ үҙәк район дауаханаһына яңы УЗИ аппараты – “РуСкан 60” ультратауыш диагностика системаһы килтерелде. “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә “ГАЗель” автомобиле базаһында “Луидор 2250” күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты алынды. Былтыр дауахананың автопаркы – биш “Lada Niva Travel”, ә быйыл “Лада Гранта” маркалы тағы ике еңел автомобиль менән тулыланды.

Автор һәм Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы фотолары.

Салауат районында һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә
Салауат районында һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә
Салауат районында һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә
Салауат районында һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: