Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан халҡы йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә

15-17 мартта йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса бөтә Рәсәй тауыш биреү барышында республика халҡы 2025 йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләрен һайлаясаҡ.

Башҡортостан халҡы йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә
Башҡортостан халҡы йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә

Ил Президенты инициативаһы менән «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә халыҡ үҙ муниципалитеттарында ниндәй парктарҙы, скверҙарҙы, йәйәүлеләр зоналарын, яр буйҙарын тәртипкә килтерергә кәрәклеген үҙҙәре билдәләй.

– Йәмәғәт киңлектәрен үҙгәртеү буйынса берлектәге ҙур эш төҙөкләндереү өсөн биләмәләр һайлауҙан башлана. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы халыҡ программаһына әйләнде. Тап халыҡ күптән хыялланған балалар майҙансығын ҡайҙа төҙөргә, йүгереү һәм ял итеү өсөн паркты төҙөкләндерергә йәки буш ерҙе дуҫтары менән осрашыу һәм йөрөү өсөн уңайлы скверға әйләндерергә икәнен үҙҙәре билдәләй. Һәр беребеҙгә, хөрмәтле кешеләр, һайлау мөмкинлеге ҡала! – тине БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.

Һуңғы 5 йылда Башҡортостанда йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылды. ФКГС («Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу») проекты сиктәрендә был осорҙа дөйөм суммаһы 7 миллиард һумлыҡ 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә, шуларҙың 91 проценты – федераль бюджет аҡсаһы.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарары менән уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса проектты тормошҡа ашырыу 2030 йылға тиклем оҙайтылды.

Быйыл Башҡортостанда тауыш биреүгә 216 объект тәҡдим ителәсәк. Уларҙан тауыш биреү һөҙөмтәһендә 120 йәмәғәт биләмәһе һайлап алынасаҡ. Ҡала һәм райондарҙан ғариза бирелгән объекттар һаны төрлөсә: 2-нән 6-ға тиклем. Ә Өфөлә улар – 18.

Тауыш биреү өсөн пункттарҙың адрестары Национальныепроекты.РФ, шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙең сайттарында күрһәтелгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда Салауат районында, «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһына ярашлы, Малаяҙ ауылы үҙәгендә (Коммунистик урамындағы элекке Билдәһеҙ һалдат һәйкәле урыны) балаларға уйын һәм спорт майҙансыҡтары, ял зонаһы эшләнде. Быйыл был программа буйынса район үҙәгенең Коммунистик урамын төҙөкләндереү дауам итәсәк. Проект былтырғы тауыш биреү һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыласаҡ.

Һүрәттә: Малаяҙ ауылының Коммунистик урамындағы төҙөкләндерелгән балаларға уйын һәм спорт майҙансыҡтары, ял зонаһы.   

 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: