"Дөйөм алғанда, республиканың туристик ҡеүәтен әүҙемерәк файҙаланасаҡбыҙ. Был өлкәлә уйҙарыбыҙ байтаҡ. «Торатау» геопаркы биләмәһен үҫтереүҙе дауам итербеҙ. Салауат Юлаевтың 270 йыллығына уның тыуған төйәгендә «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексын төҙөйәсәкбеҙ. Воскресенка баҡыр иретеү заводы һәм башҡа сәнәғәт туризмы объекттары туристарҙы йәлеп итеүҙә яңы нөктәләр булып тора.
Кемпингтар, шул иҫәптән автотуристар өсөн, төҙөйәсәкбеҙ, йылға һәм күл буйҙарында балалар һәм спорт майҙансыҡтары менән пляж зоналары булдырыласаҡ. Инвесторҙар тиҫтәләгән юл яны сервисы проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итәсәк.
Республиканың Туризм министрлығынан сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн адаптив туризм программаһы менән ныҡлап шөғөлләнеүҙәрен һорайым", - тине Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдында сығыш яһап.
2023 йыл, 19 декабрь., Башҡортостан Башлығы Мөрәжәғәтнамәһе. Тулы версияны бында ҡарағыҙ: https://vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_1164211