- Углерод технологиялары үҙәгенең ғилми тикшеренеүҙәре мөһим мәсьәләне - Рәсәй энергетика һәм юғары технологиялы компанияларҙың глобаль углеродлы материалдар баҙарында алға китеүен хәл итеүгә йүнәлтелгән. Беҙ илебеҙ практикаһында тәүгә әҙерләнгән стратегик мөһим углеродлы материалдар, шул иҫәптән наноүлсәмле материалдар алыу технологияларын интеграциялаясаҡбыҙ, - тип хәбәр итте технологик факультет деканы урынбаҫары, «Нефть-газ эшкәртеүҙә һәм нефть-газ химияһында алдынғы етештереү технологиялары» йүнәлеше етәксеһе Гөлназ Хамадалиева.
Тикшереүҙәрҙең мөһимлеге ватан сәнәғәтенең төп тармаҡтарын углерод һәм конструкция материалдары менән тәьмин итеү өлкәһендә импортты алмаштырыу кәрәклеге менән бәйләнгән. Бөгөн үк Өфө дәүләт нефть техник университетының «Углерод һәм углерод материалдары технологияларын булдырыу» проектының ғилми командаһы «Өҫтөнлөк 2030» федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә тәүгә сит ил аналогтары менән сағыштырырлыҡ, диаметры 100 нм кәмерәк булған углерод ептәренән торған материалдың лаборотория өлгөләрен алды.
Углерод материалдарын эшләү буйынса тикшеренеүҙәр Рәсәй Федерацияһында «Наносистемалар индустрияһы» фәнде, технологияларҙы һәм техниканы үҫтереүҙең өҫтөнлөклө программаһына һәм «Экологик яҡтан таҙа һәм ресурстарҙы һаҡлаусы энергетикаға күсеү, углеводород сеймалын сығарыу һәм тәрән эшкәртеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү, яңы сығанаҡтар, энергия ташыу һәм һаҡлау алымдарын булдырыу», «Алдынғы һанлы, интеллектуаль етештереү технологияларына, роботлаштырылған интеллект системаларына һәм Рәсәй Федерацияһының яңы үҫеш системаларына күсеү алымдарына күсеү» йүнәлештәренә тап килә.
Белешмә өсөн: Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусын төҙөү инновацион белем биреү мөхитен булдырыу буйынса федераль программа сиктәрендә бойомға ашырыла. Проект, «Фән һәм университеттар» милли проекты сиктәренә ярашлы, дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдары һәм концессия килешеүҙәре аша тормошҡа ашырыла.