Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Сентябрь 2023, 18:03

Башҡортостан «ЕВА» исемле һанлы ярҙамсы индереү буйынса һынау төбәктәре иҫәбендә

2024 йылдың башына яңы системаны Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттарында ла индерергә ниәтләйҙәр

Башҡортостан «ЕВА» исемле һанлы ярҙамсы индереү буйынса һынау төбәктәре иҫәбендә
Башҡортостан «ЕВА» исемле һанлы ярҙамсы индереү буйынса һынау төбәктәре иҫәбендә
Башҡортостан "Росреестр" һәм Күп функциялы үҙәк эшенә «ЕВА» исемле һанлы ярҙамсы индереү буйынса һынау төбәктәре иҫәбенә инде.

«ЕВА» яһалма интеллект һәм нейроселтәр ҡулланып әҙерләнгән. Ул документтар ҡабул итеү процесын ябайлаштырыу һәм тиҙләтеү, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр эшен еңеләйтеү маҡсатында яһалған.

Яңы системаның эшләү принцибы түбәндәгесә:

  күсереп алынған документтар нигеҙендә ғаризаны үҙаллы тултыра, Берҙәм күсемһеҙ милек реестры мәғлүмәттәре менән сағыштыра
  ҡабул итеү стадияһында уҡ хаталарҙы таба һәм кире бәйләнеш булдыра. Документтарҙа ниндәйҙер төҙәтмәләр кәрәкһә, белгестәргә кәңәш бирә.

Эштең маҡсаты:

  Күп функциялы үҙәктәрҙә документтар ҡабул итеү һәм хоҡуҡи экспертиза үткәреү ваҡытын ҡыҫҡартыу;
  кире ҡарарҙар һанын кәметеү.

Шул уҡ ваҡытта «ЕВА» теркәүсене алмаштырмай, ә ярҙам ғына итә. Һуңғы ҡарарҙы "Росреестр" хеҙмәткәре әйтә.

2024 йылдың башына яңы системаны Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттарында ла индерергә ниәтләйҙәр.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:
Читайте нас: