Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Сентябрь 2023, 11:31

Табип-невролог ни өсөн өлкән йәштә һаулыҡты һәм әүҙемлекте һаҡлау мөһимлеген аңлатты

18-24 сентябрҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы илдә 21 сентябрҙә Бөтә донъя Альцгеймер ауырыуына ҡаршы көрәш көнө уңайынан Сәләмәт ҡартлыҡты популярлаштырыу аҙналығын үткәрә.

Табип-невролог ни өсөн өлкән йәштә һаулыҡты һәм әүҙемлекте һаҡлау мөһимлеген аңлатты
Табип-невролог ни өсөн өлкән йәштә һаулыҡты һәм әүҙемлекте һаҡлау мөһимлеген аңлатты

Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттарының береһе - халыҡты һаҡлау. Ә төп күрһәткес - 2030 йылға тиклемге осорҙа ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә еткереү. Был маҡсаттарға ирешеү өсөн «Демография» милли проектының «Өлкән быуын» федераль проекты әҙерләнде.

Республика экстрапирамид патологияһы, когнитив боҙолоуҙар һәм ботулинотерапия үҙәгенең табип-неврологы Гүзәл Хисамова өлкән йәштәгеләрҙең һаулығын һәм әүҙемлеген һаҡлауҙың ни тиклем мөһим булыуы хаҡында "Молодежная газета" баҫмаһына биргән интервюһында һөйләне.

- Когнитив функцияларҙың түбәнәйеүе заманса медицинаның иң көнүҙәк проблемаларының береһе булып тора. Бөгөн донъяла 50 миллионға яҡын деменациялы кеше иҫәпләнә, йыл һайын уларҙың һаны 10 миллионға арта. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы фараздары буйынса, 2050 йылға деменциялы кешеләрҙең һаны 130 миллионға тиклем артасаҡ. Был кешеләрҙең ғүмер оҙайлығын арттырыуға, ер халҡының ҡартайыуына, йәғни оло йәштәгеләрҙең һанын арттырыуға, шулай уҡ социаль-иҡтисади факторҙарҙың йоғонтоһона, медицина ярҙамының сифатына, кешеләрҙең йәшәү рәүешен үҙгәртеүгә бәйле, - тине табип.

Когнитив функциялар хәтер, иғтибар, фекерләү, арауыҡ һәм ваҡыт буйынса ориентация, һүҙ, иҫәп кеүек опцияларҙы үҙ эсенә ала. Теге йәки был функцияның түбәнәйеүе нервы күҙәнәктәренең был функция өсөн яуаплы зонала емерелеүенә бәйле.

Белгес аңлатыуынса, ғәҙәттә деменция яй үҫешә. Уның һүҙҙәренсә, күп йылдар инде деменция үҙен клиник яҡтан күрһәтмәй, сөнки һәләк булған нервы күҙәнәктәре функцияһын «тере»ләре үҙ өҫтөнә ала һәм система эшләүен дауам итә. Ләкин юғалтылған күҙәнәктәр һаны киҫкенләшкәс, сирҙең тәүге билдәләре күренә лә инде.

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло йәштәге күптәр когнитив функцияларҙың кәмеүен йәш нормаһы тип баһалай һәм быға бер нисек тә иғтибар итмәй, бының менән әһәмиәтле ваҡытты юғалта, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Гүзәл Хисамова. - Шуныһы мөһим, когнитив функцияларҙың ҡайһы берҙә кәмеүе деменцияға килтерә. Уны туҡтатыу ихтималлығы булған бер нисә осраҡ бар. Сөнки деменция - ул кешенең ғәҙәти тормошон боҙған һәм уны тирә-йүндәгеләргә бәйле булған когнитив функцияларҙы кәметеү дәрәжәһе.

Когнитив функциялар һәм деменциялар боҙолоуына килтергән сәбәптәр бик күп:

- Нейродегенератив ауырыуҙар, был осраҡта нервы күҙәнәктәре - Альцгеймер ауырыуы, маңлай-сикә деменцияһы, Левиҙың диффуз тәнсәләре ауырыуы һәм башҡалар арҡаһында боҙолоуы. Был баш мейеһенең ҡаҡшатыусы ауырыуҙары, улар деменцияларға килтерә. Был осраҡта ауырыуҙы иртә стадияла асыҡлау һәм уны дауалай башлау мөһим, өҫтәүенә, ваҡыт һәм пациенттың оҙон ғүмерле әүҙем осоро ла ҡарай.

- Баш мейеһендәге ҡан тамырҙары ауырыуҙары. Уларға хроник ҡан тамырҙары боҙолоуы ҡарай, улар йылдар буйы насар факторҙар (артериаль гипертензия, дислипидемия, һимереү, тәмәке тартыу, аҙ хәрәкәт иткән йәшәү рәүеше) ваҡытында формалаша. Шулай уҡ инсульт кеүек баш мейеһенең киҫкен ҡан тамырҙары боҙолоуҙары ла бар.

- Баш һөйәге-мейе йәрәхәттәре.

- Нейроинфекция.

- Алкоголизм, наркомания.

- Шәкәр диабеты, ҡалҡан биҙе (гипотиреоз), бауыр ауырыуҙары, В төркөмө витаминдары дефициты (В12), фолий кислотаһы кеүек соматик ауырыуҙар. Был осраҡта когнитив боҙолоуҙар курабелле, йәғни кире тип иҫәпләнә, шуға күрә соматик патологияны коррекциялағанда когнитив функциялар тергеҙелә.

- Үҙәк нервы системаһының зарарланыуы һәм ағыуланыуы.

Невролог, когнитив функцияларҙың кәмеү сәбәбен билдәләү өсөн ентекле тикшереү үтергә, диагноз ҡуйырға һәм ваҡытында дауалай башларға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Ә когнитив функцияларға нимә ыңғай йоғонто яһауы мөмкин? Бындай факторҙар күп:

- Юғары аҡыллы әүҙемлекте һаҡлау - өҫтәл уйындары уйнау, аудиокитаптар тыңлау, кроссвордтар, ребустар, башватҡыстар сисеү, яңы мәғлүмәт үҙләштереү, шиғырҙар, йырҙар текстарын ятлау, сит телдәрҙе өйрәнеү;

- эмоциональ яҡтан бай булыу - тормошобоҙҙо байытырға тырышыу һәм яңы ыңғай хис-тойғолар алыу;

- киң социаль бәйләнештәр, сөнки кеше - социаль йән эйәһе, шуға күрә аралашыу уның ғәҙәти гармониялы булыуының мөһим аспекты булып тора;

- даими физик күнекмәләр - скандинавса йөрөү, йәйәү йөрөү - көнөнә 5-7 мең аҙымдан да кәм түгел, шулай уҡ йога, бейеү, йөҙөү;

- тәүлегенә 7-8 сәғәт йоҡо туйҙырыу;

- оптималь тән ауырлығын тотоу;

- урта диңгеҙ диетаһы, спиртлы эсемлектәрҙе самалап ҡулланыу, кардиолог яғынан ҡапма-ҡаршылыҡтар булмаһа, сифатлы яҡшы кофе эсеү;

- тәмәкенән баш тартыу.

Әлеге ваҡытта когнитив боҙолоуҙы асыҡлау өсөн бик күп ябай тестар бар. Сәғәтте һүрәтләү тесты иң ябай һәм мәғлүмәтле тест булып тора. Һеҙ яҡынығыҙҙан циферблат менән түңәрәк сәғәт төшөрөүен һорағыҙ, уларҙа сәғәт телдәре 14.45 ваҡытты күрһәтһен. Әгәр кеше был бурысты үтәмәһә, моғайын, уның деменцияһы булыуы ихтимал.

Заманса медицина әле деменцияны дауалай алмай, әммә дөрөҫ яҙылған дауалау ауыр стадияларҙың башланыуын һәм китеүен кисектерергә мөмкин, шуға күрә мөмкин тиклем белгескә иртә мөрәжәғәт итеү бик мөһим.

Йәш табип-невролог сәләмәт, гармониялы һәм сифатлы ҡартайыуҙың көнүҙәк булыуы менән ҡыуандыра. Һуңғы ваҡытта нейродегенератив сирҙәрҙе иҫкәртеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә башланы, һәм хатта геронтолог кеүек белгестәр - оло йәштәгеләрҙең һаулығы проблемалары менән шөғөлләнеүсе табип, дементолог һәм паркинсонолог талап ителә. 2018 йылда Өфөлә Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында экстрапирамид патологияһы, когнитив боҙолоуҙар һәм ботулинотерапия үҙәге асылды. Унда неврологтар Альцгеймер, Паркинсон ауырыуҙары һәм башҡа нейродегенератив сирҙәр менән шөғөлләнә.

Фото: "Молодежная газета".

 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: