Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Сентябрь 2023, 17:23

Нефть университетының медиадизайн лабораторияһы Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәге кампусында урынлашасаҡ

Вуз-ара студенттар кампусында Өфө дәүләт нефть техник университетының «Медиадизайн һәм мультихудожестволы цифрлы технологиялар» лабораторияһы урынлашасаҡ. Ул образлы системалар һәм виртуаль ысынбарлыҡ өлкәһендә яңы йүнәлештәрҙе үҙләштереүгә йүнәлтелгән.

Нефть университетының медиадизайн лабораторияһы Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәге кампусында урынлашасаҡ
Нефть университетының медиадизайн лабораторияһы Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәге кампусында урынлашасаҡ

Креатив мөхит, мобиль экспозиция зонаһы, һанлы идеяларҙы эшкәртеп, уларҙы тормошҡа ашырырға мөмкин булған эш урындары асыла. Төҙөлөп ятҡан вуз-ара кампуста Өфө дәүләт нефть техник университетының «Дизайн һәм сәнғәт белеме» кафедраһы ойошторған «Медиадизайн һәм мультихудожество цифрлы технологиялар» лабораторияһы урынлашасаҡ, тип хәбәр итәләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә

Ул образлы системалар һәм виртуаль ысынбарлыҡ өлкәһендә яңы йүнәлештәрҙе үҙләштереүгә йүнәлтелгән. Бында мөһим эксперименталь мәсьәләләр хәл ителә, һанлы мөхиттәге заманса медиатехнологиялар менән бәйле проекттар тормошҡа ашырыла. Прототип, брендинг, медиадизайн - талап ителгән һәм заманса ижад төрҙәре, студенттар был өлкәне мауығып өйрәнә.

Әлеге ваҡытта Өфө дәүләт нефть техник университетының фирма стиле нигеҙендә сувенир коллекциялары серияһы әҙерләнә. Һәр кемгә реклама графикаһында ла, предметта ла идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле промоутер программаһы булдырыла. Иң яҡшы өлгөләр университетта юбилей күргәҙмәһе өсөн экспозицияға тултырыласаҡ.

Тағы ла бер йүнәлеш - билдәле республика экостиленең формалашыуы - костюмдар, интерьер әйберҙәре, ландшафт дизайны. «Медиадизайн һәм мультихудожестволы цифрлы технологиялар» лабораторияһында мәғариф һәм уйын мөхите өсөн виртуаль контент булдырыла, мәғариф һәм социаль тематика - «моушн-дизайн» стилендә видеороликтар серияһы сығарыла. Студенттар тарих, йыйыу, монтаж, композиция һәм графика төҙөү мәсьәләләрен хәл итә. Иң сағыу эштәр Өфө дәүләт нефть техник университетының YouTube-каналында урынлаштырылған.

- Белем биреү мөхите бөтә ҡатнашыусыларҙың мәнфәғәттәренә йүнәлтелгән булырға тейеш. «Медиадизайн һәм мультихудожестволы цифрлы технологиялар» кафедраһы коллективы һәм хеҙмәткәрҙәре ошондай һөҙөмтәгә ынтыла», - ти «Дизайн һәм сәнғәт ғилеме» кафедраһы мөдире Лидия Стратонова.

Лаборатория эшмәкәрлегенең күпселек өлөшө «Приоритет 2030» программаһының стратегик бурыстарын хәл итеү сиктәрендә ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бәйле. Яңы «Креатив индустрия һәм дизайн» лабораторияһының донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә идея, ижади һәм предмет яғынан тулыландырыуға әҙерлек буйынса ҙур эш алып барыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары-ара кампусы «Фән һәм университеттар» милли проекты сиктәрендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын һәм концессия килешеүҙәрен файҙаланып, инновацион белем биреү мөхитен булдырыу буйынса федераль программа сиктәрендә төҙөлә.

Фото: БР Хөкүмәте.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: