Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Август 2023, 12:22

Башҡортостанда социаль эшҡыуарҙарға гранттар биреүгә заявкалар ҡабул ителә

Республиканың социаль эшҡыуарҙары «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам» милли проектында ҡаралған 500 мең һумға тиклем грантҡа дәғүә итә ала.

Башҡортостанда социаль эшҡыуарҙарға гранттар биреүгә заявкалар ҡабул ителә
Башҡортостанда социаль эшҡыуарҙарға гранттар биреүгә заявкалар ҡабул ителә

Конкурсҡа документтар ҡабул итеү 24 августа Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында старт ала һәм 18 сентябргә тиклем дауам итә, тип белдерә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

- Социаль бизнес дәүләткә мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итә. Республика Хөкүмәте бындай хеҙмәтте юғары баһалай һәм уға айырым иғтибар бүлә. Финанс ярҙамына дәғүә итеү өсөн эшҡыуар йыл һайын яңыртылып килгән социаль предприятиелар реестрында торорға тейеш. Конкурс үҙе бер нисә этаптан тора: акселерация программаһы сиктәрендә уҡыуҙар үтеү, заявка биреү һәм конкурс комиссияһы алдында үҙ проектын яҡлау, - тип аңлатма бирҙе республика эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: конкурста еңеүселәр грант алғандан һуң өс йыл дауамында социаль эшмәкәрлеген дауам итергә һәм социаль предприятие статусын раҫларға тейеш. Алынған аҡсаны улар төрлө маҡсатҡа йүнәлтә ала: бинаны ҡуртымға алыу һәм ремонтлау, оргтехника һәм ҡорамалдар, сеймал, медицина техникаһы өсөн комплектлаусылар, программа тәьминәте (ПО) һатып алыу, шулай уҡ лизинг түләүҙәре, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, мөмкинлектәре сикләнгән төркөмдәр өсөн транспорт сараларын ҡайтанан йыһазландырыу һәм башҡалар.

Конкурсҡа документтар Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95, 342, 350-се бүлмә, көн һайын эш көндәрендә сәғәт 9.00-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем (13.00-14.00 төшкө тәнәфес).

Конкурсты үткәреү тәртибе, дәғүәселәргә шарттар һәм талаптар менән бында танышырға мөмкин. Документтар әҙерләү мәсьәләләре буйынса тейешле консультацияны +7 (347) 218-08-26 телефоны аша, шулай уҡ «Минең бизнесым» үҙәгенең +7 (347) 224-99-99 телефоны аша йәки «Минең бизнесым» үҙәге офистарында алырға була.

Шулай уҡ муниципалитеттарҙың бизнес-шерифтарына мөрәжәғәт итергә була, уларҙың контакт мәғлүмәттәре менән бында танышырға мөмкин.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: