Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Август 2023, 22:57

Башҡортостанда туризм һәм хеҙмәттәр өлкәһе йүнәлеше буйынса кластер булдырыласаҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында «Туризм һәм хеҙмәттәр өлкәһе» тармағында урта профессиональ белем биреү мәғариф кластерын булдырыу һәм үҫтереү өсөн партнерлыҡ тураһында килешеү төҙөлдө.

Башҡортостанда туризм һәм хеҙмәттәр өлкәһе йүнәлеше буйынса кластер булдырыласаҡ
Башҡортостанда туризм һәм хеҙмәттәр өлкәһе йүнәлеше буйынса кластер булдырыласаҡ

Килешеүгә БР Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Өфө тармаҡ технологиялары колледжы һәм Өфөнөң «Восход» икмәк берекмәһе акционерҙар йәмғиәте араһында ҡул ҡуйылды.

Башҡортостан «Профессионалитет» федераль проектында әүҙем ҡатнаша. Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы республиканан 14 ғаризаны хупланы. Әле беҙҙең төбәк хуплау тапҡан ғаризалар һаны буйынса (Ырымбур өлкәһе менән бер рәттән) Рәсәй Федерацияһында беренсе урынды биләй. Һәр заявка - ул ҙур федераль аҡса - 60-100 миллион һум. Шулай уҡ республика яғынан берлектә финанслау һәм партнер-эш биреүселәр яғынан ярҙам күрһәтелә.

«Туризм өлкәһе республикала йылдам үҫешкән өлкәләрҙең береһе. 2023 йылда республикала туризм өлкәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән бюджет аҡсаһының дөйөм күләме 1,2 миллиард һум тәшкил итә, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Илнур Таҡтаев. - 2023 йылдың тәүге 5 айында республикала туристик ағым 30 процентҡа артып, 862 мең самаһы кеше тәшкил итте».

Туризмды сифатлы туристик хеҙмәттәр күрһәтергә һәләтле квалификациялы кадрҙарһыҙ үҫтереп булмай. Беҙҙең республика ҡунаҡтары төбәктә булып ҡайтҡанда үҙҙәрен уңайлы тойорға тейеш. Шуға күрә сервис, ҡунаҡсыллыҡ өлкәләрен профессиональ белгестәр менән тәьмин итеү мөһим.

Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән Өфө тармаҡ технологиялары колледжы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәрергә мөмкинлек бирәсәк, туристик йәлеп итеүсәнлеген үҫтереү шарты буласаҡ. Үҙ сиратында туристик компанияларҙа практика базаһын киңәйтеү, уҡыу процесына тармаҡ белгестәрен йәлеп итеү туристик белем биреүҙең сифатын арттырырға булышлыҡ итәсәк.

Өфөнөң «Восход» икмәк берекмәһе генераль директоры Вячеслав Оточин һөйләүенсә, бөгөн йәш, юғары квалификациялы белгестәрҙе төрлө йүнәлештәге предприятиеларға йәлеп итеү кәрәклеге бар һәм «беҙ был проектта ихлас ҡатнашабыҙ».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында колледждар матди-техник базаны нығыта, ятаҡтарҙы ремонтлай һәм яңы оҫтаханалар төҙөй. Башҡортостан «Мәғариф» милли проектының «Йәш профессионалдар» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә донъя стандарттары буйынса оҫтаханалар һаны буйынса алдынғы урындарҙы биләй.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-27/v-bashkirii-budet-sozdan-klaster-po-napravleniyu-turizma-i-sfery-uslug-3360578 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: