Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Июнь 2023, 15:44

Башҡортостан – онлайн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса лидерҙар иҫәбендә

Башҡортостан Республикаһында төҙөкләндереү буйынса йәмәғәт киңлектәрен һайлау буйынса 2023 йылда тауыш биреүҙә 759 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса 14 миллиондан ашыу кеше тауыш биргән.

Башҡортостан – онлайн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса лидерҙар иҫәбендә
Башҡортостан – онлайн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса лидерҙар иҫәбендә

– Быйыл онлайн тауыш биреүҙә 87 төбәктән 14 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты, был план күрһәткесенән ике миллионға күберәк. Был яңы рекорд, ике йыл элек тауыш биреүҙә 9,7 миллион кеше ҡатнашҡайны, 2022 йылда – 10,7 миллион. Халыҡ әүҙемлек күрһәткән төбәктәрҙе билдәләп үткем килә. Улар – Чечен, Алтай, Башҡортостан һәм Тыва республикалары, Томск, Свердловск, Силәбе, Һарытау, Һамар өлкәләре, Ставрополь крайы һәм Ямал-Ненец автономиялы округы, – тип билдәләне РФ Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тауыш биреү 15 апрелдә башланды һәм 31 майға тиклем барҙы. Тауыш биреү «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә  za.gorodsreda.ru уҙҙы. 

Рәсәй буйынса фекер алышыу өсөн тәҡдим ителгән йәмәғәт биләмәләренең дөйөм һаны 5 меңдән саҡ ҡына ашыуыраҡ тәшкил итте, шул иҫәптән 4,7 мең самаһы йәмәғәт киңлектәре – ул скверҙар, яр буйы урамдары һәм парктары, йорт яны биләмәләре һәм 350-гә яҡын биләмә дизайн-проекты. Дөйөм Рәсәй платформаһында Башҡортостандан 185 объект тәҡдим ителде. Ҡайһы бер ҡалаларҙа һәм райондарҙа элек һайланған биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙең дизайн-проекттары һайланған, икенселәрендә 2024 йылда төҙөкләндерелергә тейешле биләмәләр өсөн тауыш биргәндәр. 

– Башҡортостандың ҡатнашыусылар һаны буйынса тауыш биреү лидерҙарының береһе булараҡ федераль кимәлдә билдәләнеүе ҡыуаныслы. Беҙҙең ирекмәндәрҙең эшен дә әүҙем тип атанылар. Киләһе йылда республикала тағы ла 122 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндерә аласаҡбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, 2019 йылдан Башҡортостанда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә 560 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелде. Быйыл 63 муниципаль берәмектә 122 объектта эштәр алып барыла.

Республика ҡалаларында һәм райондарында тормошҡа ашырылған проекттар һөҙөмтәһендә биләмәләрҙең уникаль тарихи йөҙөн һаҡлап ҡала алды, мәҙәни ҡеүәтте асты һәм халыҡтың ихтыяжына таянып, уны һаҡсыл үҙгәртеүгә өлгәште. Төҙөкләндергәндән һуң йәмәғәт киңлектәре халыҡ мәнфәғәттәренә тулыһынса тап килә. Уларҙың күбеһендә спорт блоктары, заманса һәм хәүефһеҙ балалар майҙансыҡтары, айырым велосипед һәм йәйәүлеләр юлдары, балалар һәм өлкәндәр өсөн ял итеү зоналары барлыҡҡа килде.

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Башҡортостан – онлайн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса лидерҙар иҫәбендә
Башҡортостан – онлайн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса лидерҙар иҫәбендә
Автор:
Читайте нас: