Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Ноябрь 2022, 22:13

Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 23 объект капиталь йүнәтеләсәк

Башҡортостанда 2022 йылдың аҙағына тиклем «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә 23 объектты яңыртыу һәм капиталь ремонтлау күҙаллана. Улар - мәҙәниәт йорттары, ауыл клубтары, сәнғәт мәктәптәре, музейҙар, мәҙәниәт һәм ял үҙәктәре.

Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 23 объект капиталь йүнәтеләсәк
Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 23 объект капиталь йүнәтеләсәк

Заманса ҡорамалдарҙы 2022 йылда 27 мәҙәниәт ойошмаһы алған, улар иҫәбендә балалар музыка мәктәбе һәм 10 кинозал.

Милли проектты тормошҡа ашырыу барышында республикала йәшәүселәр әүҙемләште - мәҙәни сараларға йөрөү һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы буйынса 1-се һәм Рәсәй Федерацияһында 5-се урынды биләй.

Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова һүҙҙәренсә, 2022 йылдың ноябренә илдә 1 089 мәҙәниәт йорто төҙөлгән, реконструкцияланған һәм капиталь ремонтланған, ә 2025 йылға беҙҙең илдә 1 652 яңы һәм яңыртылған мәҙәниәт йорто барлыҡҡа киләсәк.

 

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: