Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Октябрь 2022, 21:11

"Хәүефһеҙ юлдар" бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһында ҡатнашығыҙ

1-20 ноябрҙә «Учи.ру» белем биреү платформаһында 1-9-сы класс уҡыусылары өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләре темаһына Бөтә Рәсәй онлайн-тест үтә. Ул «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты булышлығында өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла.

"Хәүефһеҙ юлдар" бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһында ҡатнашығыҙ
"Хәүефһеҙ юлдар" бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһында ҡатнашығыҙ

Эштәрҙә юлдағы ысын хәлдәр һүрәтләнә, ә ҡатнашыусылар унан дөрөҫ һәм хәүефһеҙ юл табып, сығырға тейеш. Төрлө йәш категориялары өсөн тейешле ҡатмарлы эштәр уйланылған. Олимпиадала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла - сертификаттар, еңеүселәргә грамоталар һәм дипломдар тапшырыласаҡ.

Ата-әсәләр һәм уҡытыусылар, олимпиадала ҡатнашыу өсөн «Учи.ру» онлайн-платформаһында ябай ғына теркәлеү үтергә һәм шәхси кабинеттан Олимпиада битенә күсергә кәрәк. Ошо һылтанма аша үтегеҙ: https://национальныепроекты.рф/mediaProjects/olympiadaBKD 

Автор:
Читайте нас: