Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Апрель 2022, 10:13

Дыуанда балалар поликлиникаһы төҙөләсәк

Ул Дыуан районында йәшәгән балаларҙан тыш, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарындағы ҡыҙ һәм малайҙарҙы ла ҡабул итәсәк

Дыуанда балалар поликлиникаһы төҙөләсәк
Дыуанда балалар поликлиникаһы төҙөләсәк

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Мәсәғүт ауылында яңы балалар поликлиникаһын төҙөү буйынса әҙерлек эштәре башланды.

 Март аҙағында Өфөнөң “Капитал строй” предприятиеһы Мәсәғүттә поликлиника төҙөү, йыһазландырыу эштәренә контракт алды. Көндөҙгө стационары булған яңы балалар поликлинкаһы сменаға 200-ҙән ашыу пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Ул  Электр урамында,  Йосопов исемендәге республика лицей-интернаты эргәһендә  урынлашасаҡ. Поликлиниканы 2023 йылдың  июнь айында асыу планлаштырыла.

“Ул Дыуан районында йәшәгән балаларҙан тыш, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарындағы ҡыҙ һәм малайҙарҙы ла ҡабул итәсәк,” – ти Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов.

Балалар һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының өҫтөнлөклө йүнәлеше.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: medknsltant.com

 

Автор:Дина Арсланова
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: