Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Апрель 2022, 18:02

Салауат районында йәшәүселәр төҙөкләндереләсәк йәмәғәт урынын һайлаясаҡ

15 апрелдән 2023 йылға биләмәләрҙе һайлау буйынса тауыш биреү башлана.

Салауат районында йәшәүселәр төҙөкләндереләсәк йәмәғәт урынын һайлаясаҡ
Салауат районында йәшәүселәр төҙөкләндереләсәк йәмәғәт урынын һайлаясаҡ

Теләгән һәр кемгә ошо сайтта төҙөкләндерелергә тейешле объект өсөн тауыш бирергә мөмкин. Унда Салауат районының 14 йәштән өлкән һәр кешеһе ҡатнаша ала. Тауыш биреү 2022 йылдың 15 апреленән 30 майына тиклем дауам итә.

Платформала тауыш биреү өсөн:

1) 2.gorodsreda.ru сайтына инеп, “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә раҫланған яҙма йәки телефон номеры аша теркәлергә;

2) "Тауыш биреү" төймәһенә баҫырға;

3) муниципалитеттарҙың дөйөм исемлегенән "Салауат муниципаль районы"н һайларға;

4) тауыш биреү өсөн объекттар исемлеге менән танышырға һәм объекттарҙың береһен һайларға.

2017 йылдан башлап “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһын финанслау һөҙөмтәһендә Башҡортостанда парктар, скверҙар, йәмәғәт урындары төҙөлә, реконструкциялана. Йыл һайын киләһе йылда төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса электрон тауыш биреү был проектты бойомға ашырыуҙа ҡатнашыуҙың төп шарты булып тора. Был программа республикала "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: