Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Март 2022, 14:27

Мәсетле ауылында яңы ФАП асырға әҙерләнәләр

Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты былтыр йыл һуңында ҡуйылған. Ул ауыл мәсете эргәһендә урынлашҡан.

Мәсетле ауылында яңы ФАП асырға әҙерләнәләр
Мәсетле ауылында яңы ФАП асырға әҙерләнәләр

Медпунктҡа электр уты, һыу үткән, унда барлыҡ заманса уңайлыҡтар булдырылған. Тейешле лицензияһы алынһа, ФАП эшләй башлаясаҡ.

Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы баш табибы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илнур Хәкимйәнов әйтеүенсә, әле лицензия юллау процедураһы бара. Был төп документ булһа, тиҙҙән модулле ФАП рәсми асылып, урындағы халыҡты хеҙмәтләндерергә тотонасаҡ. Ауыл халҡына бөгөн фельдшер Гөлнара Ғәлимова һәм патронаж шәфҡәт туташы Резеда Кашапова медицина ярҙамы күрһәтә.  

Мәсетле ауылына модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының беренсел медицина-санитар ярҙамын күрһәтеү системаһын үҫтереү төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡуйылды. Салауат районында ошондай заманса ФАП-тар Тирмән, Башҡорт Илсекәйе ауылдарында барлыҡҡа килгәйне. Киләсәктә Нәсибаш, Йыланыш һәм Таймый ауылдарына ла модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары ҡуйыу планлаштыра.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: