Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Ғинуар , 15:13

"Пушкин картаһы"ның ҡулланылышы киңәйә

Быйыл карта менән кинотеатрҙарҙа Рәсәй фильмдарына билет алырға ла мөмкин. Был яңылыҡ ҡасан ғәмәлгә инәсәк? Нисә тапҡыр киноға барырға мөмкин?

"Пушкин картаһы"ның ҡулланылышы киңәйә
"Пушкин картаһы"ның ҡулланылышы киңәйә

"Мәҙәниәт" милли проекты (национальный проект "Культура") – Рәсәй Президенты В.В. Путиндың "май указы" менән раҫланған милли проекттар араһында. Уға ярашлы, көҙөн "Пушкин картаһы" программаһы эшләй башланы.

Уҙған йылда, башланған осоронан алып үткән дүрт ай эсендә, уның менән ҡулланыусылар билеттарға 1,7 миллиард һум аҡса тотонған. Был күрһәткесте илдең мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова ведомствоның йыл аҙағында үткәрелгән коллегияһында хәбәр иткән.

"Программа эшләгән дүрт айҙа 3,8 миллион берәмек карта бирелде, уникаль ҡулланыусылар һаны 1,3 миллионға етте. 1,7 миллиард һумға 2,5 миллион билет һатылды", – тип билдәләгән ул.

Мәҙәниәт министры урынбаҫары әйтеүенсә, проектта 3 меңдән ашыу мәҙәниәт усағы ҡатнашҡан. Билеттар һатыу буйынса лидерҙар иҫәбендә – Татарстан, Башҡортостан, Мәскәү һәм ҡайһы бер башҡа төбәктәр.

Әйткәндәй, быйыл "Пушкин картаһы"ның лимиты 5 мең һум тәшкил итә. Владимир Путиндың тәҡдиме буйынса быйылғы йылдан уның менән кинотеатрҙарҙа Рәсәй фильмдарын ҡарау мөмкинлеге лә булдырыла. Был башланғыс февраль айынан ғәмәлгә инәсәк, тип күҙаллана. Һәр карта эйәһе йылына ете тапҡыр киноға билет һатып алыу мөмкинлегенә эйә. 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Фото: tvc.ru/news/show/id/229470

Автор:Равиля Гатауллина
Автор:"Башкортостан"
Читайте нас в