Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Август 2020, 12:32

КҮСМӘ СӘЛӘМӘТЛЕК ҮҘӘГЕ

Малаяҙ ауылында, "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһына ярашлы, күсмә табиптар бригадаһы эшләй.

Малаяҙ ауылында, "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһына ярашлы, күсмә табиптар бригадаһы эшләй.
Сәләмәтлек үҙәге Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһынан килгән. Бында диспансерлаштырыу үтергә мөмкин. "ПАЗ" автобусы базаһында флюорография, "КамАЗ" автомобилдәре нигеҙендә урынлашҡан УЗИ, ЭКГ аппараттарында тикшерелергә, ҡанға анализ бирергә була. Офтальмолог, стоматолог та ҡарай. Быйыл диспансерлаштырыу үтергә тейеш булған 45 йәштән уҙған ҡатын-ҡыҙҙар маммографияла, 45 йәштән ирҙәр, 55-тән ҡатын-ҡыҙҙар УЗИ-ла тикшерелә ала. Күсмә сәләмәтлек үҙәгендә өлкәндәр һәм балалар өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған.
Үҙәк белгестәре әйтеүенсә, күсмә поликлиника Малаяҙҙа киләһе аҙнаның шаршамбыһына, 2 сентябргә, тиклем эшләй. Ял көндәре, шәмбе һәм йәкшәмбе, генә ҡабул итеү булмай. Табиптарға 9.00-ҙан 16.00 сәғәткә тиклем тикшерелергә килергә мөмкин. Үҙең менән паспорт алырға кәрәк. Пандемия менән бәйле битлектә килеү һәм температураң булмауы мотлаҡ.
Башҡортостанда "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы үтә. Күсмә табиптар бригадаһы 3 сентябрҙән Мөрсәлим ауылына китә. Аҙна башының өс көнөндә Арҡауылда булдылар.
Читайте нас: