Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Июнь 2020, 19:57

МӘКТӘП ҺӘМ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ БЕР БИНАЛА

Лаҡлы ауылында 120 урынға яңы белем биреү үҙәге төҙөлә.Бында 80 уҡыусыға – мәктәп, 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы буласаҡ.

Лаҡлы ауылында 120 урынға яңы белем биреү үҙәге төҙөлә.
Төҙөлөш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указындағы “Демография” милли проектына ярашлы алып барыла. Бында 80 уҡыусыға – мәктәп, 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы буласаҡ. Илдәге киҫкен хәлдәргә ҡарамаҫтан, төҙөүселәр билдәләнгән графиктан ҡалышмай.
Объект былтыр көҙ һалына башлаһа, ә бөгөн бында ике ҡатлы бинаның кирбес стенаһы күтәрелгән, ҡыйығы эшләнә. Тышҡы һәм эске биҙәкләү, тәҙрәләр ҡуйыу, электр монтажлау эштәре бара.
– Заказсы – БР Капиталь төҙөлөш идаралығы. Төҙөлөштө Өфөнән подрядсы ойошма “Геострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара. Ике ҡатлы бинала дөйөм 120 урынға белем биреү үҙәге буласаҡ. Бында акттар һәм спорт залдары, айырым туҡланыу блогы ла булдырыу ҡаралған. 40 урынға балалар баҡсаһы беренсе ҡатта урынлашасаҡ. Объектты быйыл файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана, – тине район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Айрат Ғилметдинов.
Шуны әйтергә кәрәк, мәктәп һәм балалар баҡсаһын бер үк ваҡытта бер бинала төҙөү беҙҙең Салауат районында тәүгә ғәмәлгә ашырыла. Ул райондың иң эре төҙөлөш объекттарының береһе була. Яңы белем усағы Лаҡлы ауылы үҙәгендәге иҫке мәктәп урынында һалына. Балалар былтырҙан ваҡытлыса Урмансы төп мәктәбендә уҡый.
Читайте нас: