Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Март 2020, 01:37

ЮЛДАРҘА – КАМЕРАЛАР!

Беҙҙең юлдарға ла видеокамералар ҡуйылды. Әлбиттә, улар әлегә эшләмәй. Әммә тиҙҙән водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуын теркәй башлаясаҡ.

Беҙҙең Салауат районы юлдарына ла видеокамералар ҡуйылды. Әлбиттә, улар әлегә эшләмәй. Әммә тиҙҙән водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуын теркәй башлаясаҡ.
Видеокамералар Кропачево – Мәсәғүт – Әшит автомобиль юлына ҡуйылған. Малаяҙҙа ул ике урында бар: беренсеһе – Нәсибаш саты яғынан килгәндә, Кооператив (һигеҙенсе) һәм Дуҫлыҡ (алтынсы) урамдары араһында, икенсеһе – Ғәйфуллин урамы сатында (гимназияға боролошта).
Малаяҙ яғынан Татар Малаяҙы ауылын сыҡҡанда бағанала камера ҡаршы ала. Сулпан ауылына Ахун яҡтан кергәндә автобус туҡталышы эргәһендә ошондай күҙәтеү ҡоролмаһы урынлашҡан. Мәсетлелә, юл сатына барып етмәҫ элек, ауыл клубы янында тағы бер видеокамераны осраттыҡ (һүрәттә).
Яңы Ҡаратаулы ауылын үткәндә лә, туҡталыштан арыраҡ, камера тора. Фотовидеотеркәү камералары юлдарҙың авария хәүефле участкаларына, юл саттарына, йәйәүлеләр үткәүеле (пешеходный переход) тирәһенә ҡуйылған. Улар тиҙлекте арттырыу, ярамаған урында ҡаршы һыҙатҡа сығыу кеүек юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәйәсәк. Водителдәрҙе алда камера тороуын юл билдәләре иҫкәртә.
Фотовидеотеркәү камералары республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәге, шул иҫәптән Салауат районы юлдарына “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы ҡуйыла.
Читайте нас: