Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Февраль 2020, 18:34

Инорста бассейн асылды

Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендә, Төхвәт Йәнәби бульварында өр-яңы бассейн асылды.

Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендә, Төхвәт Йәнәби бульварында өр-яңы бассейн асылды.

Тантаналы сарала БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, БР Хөкүмәте Преьмер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм башҡалар ҡатнашты.

— Республика халҡы спорт менән әүҙем шөғөлләнә алһын өсөн шарттар булдырасаҡбыҙ, — тине Андрей Назаров. — Алдағы өс-дүрт йыл эсендә тағы 16 бассейн төҙөү планға алынған. Башҡортостан балалары лайыҡлы шарттарҙа шөғөлләнеп, Олимпия уйындарында сығыш яһарлыҡ дәрәжәгә етергә тейеш.

Инорстағы бассейндың дүрт йөҙөү юлы бар, ул бер сменала 48 кешене һыйҙырышлы. Спорт объекты заманса һыу таҙартыу ҡоролмаһы, табип һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн кабинет, хатта трибуна менән йыһазландырылған.
Төҙөлөш өсөн федераль бюджеттан 16 миллион һум бүленгән, күпселек өлөшө төбәк ҡаҙнаһынан. “Объекттың икенсе ҡаты төрлө спорт төрҙәре өсөн тәғәйенләнгән. Яңы объект мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә ҡулайлы”, - ти республика йөҙөү федерацияһының матбуғат хеҙмәткәре Рәфис Ғабдрахманов.
Башҡортостанда тағы ла 16 бассейн төҙөү ҡарала. Уларҙың күбеһе район-ауылдарҙа булһа, берәүһе Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә урынлаша.
Читайте нас: