2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы үтәсәк. Ул 1 октябрҙән 31 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Республикала йәшәүселәр илебеҙ тарихындағы мөһим ваҡиғала ирекмән булараҡ ҡатнаша ала. “Росмолодежь” һәм “Ростат” ошо хаҡтағы килешеүгә ҡул ҡуйған. Был документҡа ярашлы, Башҡортостанда йәшәүсе 20 мең кеше сараны ойоштороуҙа ҡатнаша аласаҡ.
“Халыҡ иҫәбен алыу ирекмәндәре” – 2020 йылдың иң ҙур ирекле проекты. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Был сарала ҡатнашырға теләүселәр өсөн өс көнлөк уҡыуҙар үткәреләсәк. Унда халыҡ менән дөрөҫ мөғәмәлә итергә, һөйләшергә, һорауҙар бирергә һәм республикала йәшәүсе һәр кем менән уртаҡ тел таба белергә өйрәтәсәктәр. Бынан тыш, ҡапыл килеп сыҡҡан хәлдәрҙә лә үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында һөйләйәсәктәр. Был уҡыуҙарҙы “Ростат” һәм ирекле ойошмаларҙы үҫтереү үҙәктәре үткәрәсәк.