Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Ғинуар 2020, 11:30

2019 ЙЫЛДА ҺИГЕҘ ҒАИЛӘЛӘ ӨС ИГЕҘ БАЛА ТЕРКӘЛГӘН

Рәсәйҙә халыҡ һанының кәмеүе етди проблема булып тора. Бөгөнгө көндә уны хәл итеү өсөн етди дәүләт саралары күрелә. Президент Владимир Путин Указы менән ғәмәлгә индерелгән “Демография” милли проекты шулар иҫәбендә.

Рәсәйҙә халыҡ һанының кәмеүе етди проблема булып тора. Бөгөнгө көндә уны хәл итеү өсөн етди дәүләт саралары күрелә. Президент Владимир Путин Указы менән ғәмәлгә индерелгән “Демография” милли проекты шулар иҫәбендә.
Башҡортостанда 2019 йылда 42 053 бала тыуған. Күрһәткес 2018 йыл менән сағыштырғанда – 89%, йәғни халыҡ һанының тәбиғи кәмеүен күрәбеҙ. Дәүләт комитетының статистика мәғлүмәттәре буйынса, 15 448 – беренсе бала, 15 803 – икенсе бала, 7 749 – өсөнсө бала, 2 111 – дүртенсе, 1 112 – бишенсе һәм унан күберәк балалар, шулай уҡ 480 игеҙ һәм 8 өс игеҙ бала теркәлгән.
Республика Хөкүмәтендә тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән махсус “Юл картаһы” проекты әҙерләнә. Был хаҡта ай башында премьер-министр урынбаҫары Ленара Иванова хәбәр иткәйне. Документта, өҫтәмә дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә киләһе биш йылда тыуымды 8414 осраҡҡа арттырырға мөмкин, тип әйтелә. Саралар исемлеге үҙ эсенә ауырҙы төшөрөү осраҡтарын кәметеү, экстракорпораль аталандырыу (ЭКА) процедураһын киң ҡулланыу, йәштәрҙең һаулығына даими иғтибарҙы көсәйтеү, сабыйҙарҙы бағыу хеҙмәтен булдырыу, ғаиләләргә аҡсалата дәүләт ярҙамын арттырыу кеүек йүнәлештәрҙе ала.
Читайте нас: