Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Ғинуар 2020, 13:27

ҺӨТ КУХНЯҺЫ МӘСӘҒҮТТӘ ЛӘ БУЛАСАҠ

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төньяҡ-көнсығыш төбәкте лә хәстәрләргә һәм Мәсәғүттә лә һөт кухняһын булдырырға ҡушты.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төньяҡ-көнсығыш төбәкте лә хәстәрләргә һәм Мәсәғүттә лә һөт кухняһын булдырырға ҡушты.
– Мәсәғүттә һөт эшкәртеү заводы бар, уйлағыҙ, нисек уны ойошторорға. Унда ла балаларға һөт кәрәк бит, – тип билдәләне ул.
Мәғлүм булыуынса, республикала 68 сауҙа нөктәләрендә һөт ризыҡтары һатыла. Февралдә Сибайҙа сираттағы һөт кухняһы асыласаҡ. Дөйөм алғанда төбәктә ете үҙәк етештереү менән шөғөлләнәсәк.
Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Белорет һәм Октябрьский ҡалаларында дүрт етештереү үҙәге булдырылған, уларҙа 84 таратыу пункты эшләй.
Читайте нас: