Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Ғинуар 2020, 22:41

БАЛА – УЛ ҘУР БӘХЕТ

Салауат районында йыл башынан 23 бала тыуған. Был мәғлүмәт 27 ғинуарға ҡарата бирелә. Уҙған аҙна эсендә районда 4 бәпес донъяға килгән. Шулай ҙа демография буйынса кире динамика һаҡлана.

Салауат районында йыл башынан 23 бала тыуған. Был мәғлүмәт 27 ғинуарға ҡарата бирелә.
Уҙған аҙна эсендә районда 4 бәпес донъяға килгән. Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Айһылыу Изместьева бөгөнгө оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, демография буйынса 12 кешегә кире динамика һаҡлана. Сөнки йыл башынан районда 35 кешенең вафат булыуы теркәлгән. Бер аҙна эсендә генә 9 кеше үлгән.
Баш табип әйтеүенсә, февралдә тағы 21 бәпестең тыуыуы көтөлә. Дауаханала әлегә дөйөм 176 йөклө ҡатын-ҡыҙ иҫәптә тора.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Демография” милли проекты тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән. Ошо маҡсатлы дәүләт саралары Салауат районындағы хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртер, тип ышанабыҙ.
Ә йәштәргә күберәк бала табырға кәрәк. Һәр бала үҙ бәхете менән тыуа, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Бала – ул ҙур бәхет.
Читайте нас: