Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Ғинуар 2020, 01:53

“ЙӘЙ КИЛЕРБЕҘ, ҺАБАНТУЙ ҮТКӘРЕРБЕҘ!”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Мөрсәлим ауылы халҡына видеоҡотлау юлланы. Ул, кисә яңы төҙөлгән мәҙәниәт йорто менән танышыуын белдереп, эш ваҡыты тығыҙ булыу сәбәпле, уны асыу тантанаһында ҡатнаша алмауын әйтте.

“Хөрмәтле Мөрсәлим ауылы халҡы! Мин ауылығыҙҙа шундай матур мәҙәниәт йортоноң барлыҡҡа килеү шатлығын һеҙҙең менән бергә уртаҡлашам, – тине Радий Фәрит улы. – Бик күркәм ул. Быға лайыҡһығыҙ, һеҙҙә шундай һәләтле балалар, талантлы халыҡ йәшәй. Бер генә үтенесем бар: бында тормош ҡайнап торһон, өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә килеп, күңел асһын, ауыл үҫешһен”.
Республика Башлығы артабан да төньяҡ-көнсығышҡа, Салауат районына, Мөрсәлимгә ярҙам буласағын белдерҙе. “Осрашҡанға тиклем! Йәй килербеҙ, бында табын ҡороп, бәләкәй генә һабантуй үткәрербеҙ, – тип ҡотлау һүҙен йомғаҡланы Радий Хәбиров.
Бөгөн, 22 ғинуарҙа, Мөрсәлим ауылында өр-яңы, заманса мәҙәниәт йорто асылды. Ул “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проектына ярашлы төҙөлдө.

Айҙар САМАТОВ.

Читайте нас: