Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Ғинуар 2020, 13:55

Башҡорт Илсекәйендә – яңы ФАП

Яңы йыл алдынан Башҡорт Илсекәйендә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул Рәсәй Президенты В. Путиндың башланғысы менән ғәмәлгә ашырылған “Сәләмәтлек” милли проектына ярашлы ҡуйылды. Яңы ФАП-ты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айһылыу Изместьева, элекке баш врач Нурғәле Бикбулатов һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

Яңы йыл алдынан Башҡорт Илсекәйендә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул Рәсәй Президенты В. Путиндың башланғысы менән ғәмәлгә ашырылған “Сәләмәтлек” милли проектына ярашлы ҡуйылды.
Яңы ФАП-ты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айһылыу Изместьева, элекке баш врач Нурғәле Бикбулатов һәм ауыл халҡы ҡатнашты.
Мөрсәлим ауылы биләмәһе башлығы Альберт Садиҡов һөйләүенсә, Башҡорт Илсекәйенең элекке медпункт бинаһын һүтеп, модулле ФАП шул урынға ултыртылған. Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы кәрәкле медицина ҡорамалдары менән тәьмин иткән. Электрокардиограф аппараты, тонометр, термометрҙар һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бина иркен, уңайлы, йылы – ауыл халҡын ҡабул итеү өсөн бөтә заманса шарттар бар. Унда тәжрибәле шәфҡәт туташы Раушания Мөхәмәтова эшләй. Хәҙер ауылдың 320-нән ашыу халҡын заманса ФАП хеҙмәтләндерәсәк, уның 43-ө – балалар. Тиҙ ҡоролған конструкциянан торған бинаны ноябрҙә килтереп урынлаштырғандар. Яңы объектҡа һыу үткән, канализация эшләнгән.
Үҙәк район дауаханаһы етәкселеге хәбәр итеүенсә, быйыл “Сәләмәтлек” милли проекты буйынса Салауат районының тағы алты ауылына модулле ФАП-тар төҙөү ҡаралған. Тәүге шундай фельдшер-акушерлыҡ пункты Тирмән ауылына ҡуйылғайны. Заманса медпункт физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн “Уңайлы мөхит” программаһына ярашлы ҡоролған.

Айҙар НОҒАМАНОВ.

Автор һәм Салауат район Хакимиәте фотолары.

Читайте нас: