Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Декабрь 2019, 09:30

ПОДЪЕЗДАРҒА ЙӘМ КЕРҘЕ

Малаяҙ ауылында быйыл республика программаһы буйынса 13 подъезға ремонт үткәрелде. Был эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырылды.Район үҙәгенең Коммунистик һәм Мәктәп урамындағы күп фатирлы алты йорттоң подъездары эшләнде. Тышҡа кодлы йоҙаҡлы тимер ишек, эскә – тамбурға пластик ишек ҡуйылды, подъезд тәҙрәләре алмаштырылды.

Малаяҙ ауылында быйыл республика программаһы буйынса 13 подъезға ремонт үткәрелде. Был эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырылды.
Район үҙәгенең Коммунистик һәм Мәктәп урамындағы күп фатирлы алты йорттоң подъездары эшләнде. Тышҡа кодлы йоҙаҡлы тимер ишек, эскә – тамбурға пластик ишек ҡуйылды, подъезд тәҙрәләре алмаштырылды. Ишек алдындағы иҙәнгә, баҫҡыстарға плиталар түшәлде, стеналар тигеҙләнеп буятылды. Электр кабелдәре тәртипкә килтерелеп, хәрәкәт һәм яҡтылыҡ датчиктары менән йыһазландырылған энергияны һаҡлаусы яҡтыртҡыс ҡорамалдары ҡуйылды. Почта йәшниктәре лә яңыртылды.
“Подъездарыбыҙға йәм кереп ҡалды", – тип шатлана хәҙер ошо йорттарҙа йәшәүселәр.
Быға тиклем Малаяҙҙың күп фатирлы йорттарының подъездары ҡотһоҙ ине, улар күптән йүнле ремонт күрмәгәйне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килгән республика программаһы буйынса ыңғай үҙгәрештәр бар.
2020 йылда Мөрсәлим ауылының Коммунистик урамындағы күп фатирлы йорттарҙың 6 подъезын йүнәтеү ҡаралған. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Айрат Ғилметдинов “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы советы ултырышында белдереүенсә, был эшкә республиканан күберәк сумма аҡса бүленә, подъездарҙың һаны кәметелеүе эштең сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Айҙар НОҒАМАНОВ.

Һүрәттә: Малаяҙ ауылындағы йорттарҙың подъездары ремонттан һуң.

Читайте нас: