Башҡортостанда 2020 йылдың 1 мартынан яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһына янғынды иҫкәртеү приборы индерелде, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Тәүҙә был приборҙар аҙ тәьмин ителгән ишле, шулай уҡ балаһы булған һәм социаль хәүефле хәлдә тип билдәләнгән ғаиләләргә бушлай бирелә ине. Ағымдағы йылдың өсөнсө кварталынан был ҡоролмалар яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһы менән бергә тапшырыла. Ун бер меңдән ашыу кеше янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһын алған да инде.
Бөгөнгә республикала бюджет аҡсаһы иҫәбенә 120 меңдән ашыу янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡуйылған. Улар ярҙамында янғын ваҡытында 336 кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалынған, шуларҙың 131-е – балалар.