Мөрсәлим ауылында мәҙәниәт йорто төҙөлөп бөтөп килә. Әле бинаның ҡыйығы ябыла, уның тирә-яғын төҙөкләндереү эштәре бара. Бөтә тәҙрәләре лә ҡуйылған, фасады штукатурланып, асыҡ йәшел һәм аҡ төҫтәргә буятылған, объект тулыһынса инженер селтәрҙәренә тоташтырылған.
Бина эсенә һыу үткән, объект ауылдың үҙәк йылылыҡ селтәренә тоташтырылған, канализация системаһы эшләнгән, – тип таныштырҙы Мөрсәлим ауыл биләмәһе башлығы Альберт Садиҡов төҙөлөш эштәре барышы менән. – Иҙәндәре эшләнә. Клуб биләмәһен төҙөкләндереп, кәртәләп алаһы бар. Эшселәр барлыҡ төҙөлөш материалдары менән тәьмин ителгән. Бер ҡатлы, ыҡсым ғына мәҙәниәт усағы бинаһы 200 тамашасыны һыйҙырасаҡ. Бында моделле китапхана, түңәрәктәр, күргәҙмәләр залдары һ.б. бүлмәләр ҙә буласаҡ. Ғөмүмән, ул урындағы халыҡтың мәҙәни тормошо өсөн мөһим. Мөрсәлимдәр был йәһәттән үҙҙәре лә бик әүҙем. Хәҙер уларға тамашалар ҡуйырға, саралар үткәрергә шарттар булдырыла. Мөрсәлим ауылында яңы клуб “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит”, шулай уҡ ул “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект” республика проекттарына ярашлы һалына.
Төҙөлөш эшен Өфөнән “Башальянсстрой” йәмғиәте башҡара. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөүселәр бинаны күтәреүгә иреште. Бер ни ҡәҙәре эске-тышҡы эштәре ҡалған, ҡыйығын ябып бөтөргә кәрәк. Альберт Садиҡов һөйләүенсә, оҙаҡламай 13 млн. һумға яңы мебелдәр, ҡорамалдар ҙа ҡайтарыласаҡ. Объектты йыл һуңына тиклем файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.