Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Ноябрь 2019, 11:35

Баш ҡалала музыка учреждениеларының һәм китапханаларҙың виртуаль залдары эшләй башланы

Өфөлә «Һанлы мәҙәниәт» проекты сиктәрендә виртуаль залдарға инеү нөктәләре эшләй. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы етәксеһе Шамил Абдраҡов хәбәр итте.

Өфөлә «Һанлы мәҙәниәт» проекты сиктәрендә виртуаль залдарға инеү нөктәләре эшләй. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы етәксеһе Шамил Абдраҡов хәбәр итте.

Виртуаль залдарға инеү нөктәләре Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында, Өфө сәнғәт училищеһында, Урта махсус музыка колледжында, Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында, Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында бар.

Башҡорт дәүләт филармонияһында ла виртуаль зал эшләй, ул өфөләргә Рәсәй һәм донъя башҡарыусыларының концертын онлайн ғына түгел, ә яҙҙырылғанын да тыңларға мөмкинлек бирә.

Чиновник һүҙҙәренсә, Үҙәк ҡала китапханаһында, Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының үҫмерҙәр филиалында һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Үҙәк балалар китапханаһында мәғлүмәт технологиялары менән файҙаланыу нөктәләрен асыу буйынса эш башланған.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Өфөлә мәҙәниәт йорттары менән тәьмин ителеш — 82,3%. 2024 йылға тиклем ҡалала биш мәҙәниәт учреждениеһын төҙөкләндереү күҙаллана.

Читайте нас: