Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Ноябрь 2019, 11:00

«Минең өсөн ауыл медицинаһына ярҙам һәм уны тергеҙеү темаһы мөһим» — Башҡортостан Башлығы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Калининград өлкәһенең Светлогорск ҡалаһында Дәүләт Советы президиумының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путин уҙғарҙы.Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә төбәктәрҙең бурыстары ултырыштың төп темаһы булды.#ВладимирПутин; #ПрезидентРоссии #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Калининград өлкәһенең Светлогорск ҡалаһында Дәүләт Советы президиумының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путин уҙғарҙы.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә төбәктәрҙең бурыстары ултырыштың төп темаһы булды.
Владимир Путин билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә байтаҡ эштәр башҡарылды. Уртаса ғүмер оҙайлығының 70,9 йәштән (2014 йыл) 73,6 йәшкә (2019 йыл) тиклем тотороҡло артыуы ыңғай үҙгәрештәрҙең мөһим күрһәткесе булып тора.
Шул уҡ ваҡытта рәсәйҙәрҙең 60 проценттан ашыуы медицинаның сифатын юғары баһаламай. Тәү сиратта, һүҙ беренсел звено хаҡында бара.
Ил президенты ҡушыуы буйынса бөгөнгә беренсел звеноны яңыртыу принциптары раҫланған да инде. Улар нигеҙендә Федерация субъекттары 2020 йылдың 10 ғинуарына тиклем үҙҙәренең төбәк программаларын әҙерләргә һәм 1 июлгә ҡәҙәр уларҙы ҡабул итергә тейеш.
«Һеҙ, хөрмәтле коллегалар, төбәгегеҙҙә хәлдәрҙең нисек икәнен беләһегеҙ. Беренсел звено — тәү сиратта төбәк властарының яуаплылыҡ зонаһы, һәм һеҙҙең, һис шикһеҙ, йыйылған проблемаларҙы хәл итеүгә үҙ ҡарашығыҙ бар», — тип белдерҙе Владимир Путин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, дөйөм алғанда, күп мәсьәләләр буйынса «беҙ улар Президент йөкләмәләре составына инһен тигән тәҡдимдәр менән сыҡтыҡ».
«Әйткәнемсә, минең өсөн ауыл медицинаһына ярҙам һәм уны тергеҙеү темаһы мөһим, — тине Башҡортостан Башлығы. — Медицина ҡорамалдары һәм дарыуҙар һатып алыуҙы ойоштороу менән бәйле бик ҡыҙыҡлы фекер алышыу булды. Төбәк башлыҡтары менән был проблеманы хәл итеү тәжрибәһе менән алмаштыҡ. Беҙ ҙә һатып алыуҙарҙы үҙәкләштереүҙе һәм стандартлаштырыуҙы индерербеҙ. Цифрлаштырыу менән бәйле бар мәғлүмәт бик ҡыҙыҡлы булды. Президент халыҡты ҡағыҙ белешмәләрҙән ҡотолдороу кәрәклеге йәһәтенән күп кенә тәҡдимдәребеҙҙе хупланы. Уңайлы булһын, граждандарыбыҙ аҙналар буйына ниндәйҙер ҡағыҙҙар артынан йөрөмәһен өсөн бөтә нәмәне «цифр»ға күсерергә кәрәк. Был – комплекслы һәм ҙур эш».
Башҡортостанда медицинаны "цифрлаштырыу" "Һаулыҡ һаҡлау" һәм "Һанлы иҡтисад" милли проекттарына ярашлы алып барыла.
Читайте нас: