

Бүләк отоусыларҙың исемдәре 6 октябрҙә БСТ каналында иртәнге “Сәләм” тапшырыуының тура эфирында иғлан ителде, тип хәбәр итә “Республика Башкортостан” гәзите.
Конкурстың төп призы – Мәсетле районындағы “Ҡарағай” шифаханаһына бер аҙналыҡ юллама Ҡырмыҫҡалы районының Константиновка ауылынан Марина Ипполитоваға (һүрәттә) сыҡты. Ул “Кармаскалинская новь” һәм “Республика Башкортостан” гәзиттәренә яҙылған булған.
Салауат районы Әлкә ауылынан А. Сиражева туңдырғыс лары отто. “На земле Салавата” район гәзитенә, “Башҡортостан ҡыҙы” республика журналына яҙылып, квитанцияларын бүләк уйнатырға ебәреп, уға шундай бәхет йылмайҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 2027 йылдың тәүге ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы дауам итә. Яҙылыусылар өсөн “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы ла бара.
Отошта ҡатнашыу өсөн “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең кәм тигәндә ике баҫмаһына 6 айға (ғинуар – июнь) яҙылырға кәрәк. Артабан ҡатнашыу өсөн квтинация күсермәләрен түбәндәге адрес буйынса ебәрергә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте, 212-се кабинет, “Подпишись и выиграй” билдәһен ҡуйырға онотмағыҙ. Йәки квитанцияларҙы электрон адресҡа podpiska@rbsmi.ru ебәрергә, шулай уҡ һылтанма https://podpiska.rbsmi.ru/ буйынса һалырға мөмкин. Ғаризалар 20 ғинуарға тиклем ҡабул ителәсәк. Унда адресты, контакт телефонын күрһәтергә һәм яҙылыу квитанцияһының күсермәһен беркетергә кәрәк.
Фото: “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто.