Акцияла урыҫ, башҡорт, татар, удмурт, сыуаш, мари телдәрендә сыҡҡан 146 дәүләт баҫмаһы ҡатнаша.
Әйткәндәй, киләһе аҙнала "Башҡорт аты" фестивале хаҡында иң ҡыҙыҡлы материалдар бөтә район гәзиттәрендә лә донъя күрәсәк.
Акцияла ҡатнашыу шарттары бик ябай.
Беренсенән, "Изге яҙылыу" стендын табығыҙ.
Ул ошо нөктәлә урынлашҡан: 52.715161,58.658308https://yandex.ru/maps/?whatshere%5Bzoom%5D=17&whatshere%5Bpoint%5D=58.658308%2C52.715161
Икенсенән, баҫманы һайларға һәм 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылығыҙ.
Өсөнсөнән, акция стенды фонында селфи төшөп, уны социаль селтәрҙәге битегеҙгә #Изге_яҙылыу хэштегы менән ҡуйығыҙ.
Дүртенсенән, изге эштәр күбәйһен өсөн акцияла ҡатнашыу эстафетаһын дуҫтарығыҙға йәки таныштарығыҙға тапшырығыҙ.
"Башҡорт аты" фестиваленең матбуғат хеҙмәте.