«Изге подписка»ны «ЗауралИнформ» нәшриәтенең генераль директоры Айбулат Уразбахтин хупланы.
– Мин үҙем киң мәғлүмәт саралары вәкиле, шуға күрә һәр саҡ коллегаларымдың бөтә изге башланғыстарын хуплайым. Акция бик мөһим һәм кәрәкле, айырыуса уның тура адресаттарына. Бөгөн мин МХО яугиренең ғаиләһенә урындағы «Атайсал» гәзитенә яҙылдым, – тип һөйләне Айбулат Алекович «Молодежная газета» баҫмаһына.
Өфө нефть техник университеты Сибай филиалының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Рәүилә Хәсәнова бер ғаиләгә «Аҡбуҙат» балалар журналын яҙҙырҙы:
– Бөгөн барыбыҙ ҙа изге эштәргә, изге хәбәрҙәргә мохтаж. Балалар журналын бик яратам һәм уның редакцияһы бала саҡтан уҡ уҡыусыларында изгелек тойғоларын тәрбиәләүен, тик яҡшыға һәм аҡыллыға өйрәтеүен беләм.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә «Китап байрамы» китап йәрминкәһендә «Изге подписка» акцияһы башланды. Уға Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров старт бирҙе.
Фото: «Молодежная газета»