Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына (ЕГРН) ярашлы, Генераль директор булып быға тиклем предприятиеға идара иткән Рәсүл Рәүеф улы Сәфәрғәлиев ҡалды. Ул "Республика Башкортостан" гәзитенә милектең юридик формаһын үҙгәртеү предприятие эшенә нисек тәьҫир итәсәге хаҡында һөйләне.
- Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының 2024 йылдың 13 декабрендәге 2999-сы бойороғона ярашлы, "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелде. Яңы юридик шәхес бөгөн теркәлде. Уға яңы ИНН, ОГРН бирелде. Әле Бөтә документтарҙы һәм филиалдарҙы, киң мәғлүмәт сараларын Роскомнадзорҙа теркәү буйынса ҙур эш башҡарыласаҡ, - тине Рәсүл Сәфәрғәлиев.
Предприятие етәксеһе билдәләүенсә, юридик процедуралар гәзит-журнал уҡыусыларына бер нисек тә тәьҫир итмәйәсәк: бөтә редакциялар ҙа ғәҙәти режимда эшләүен дауам итә.
- Киң мәғлүмәт саралары һаны буйынса беҙҙә бер нәмә лә үҙгәрмәй. 145 киң мәғлүмәт сараһы баҫма һәм тағы ла 9 электрон төрҙә эшләүен дауам итә. Субсидиялар рәүешендә республика бюджетынан финанслау һаҡлана, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Акционерҙар йәмғиәтенең устав капиталы 122,1 млн. һум күләмендә билдәләнгән. Компанияның берҙән-бер акционеры - БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы.
- Башҡортостандың иң ҙур предприятиеһы төбәктең бөтә дәүләт баҫма киң мәғлүмәт сараларын берләштерә һәм уның 63 филиалы бар. Бөтә хеҙмәткәрҙәр менән килешеүҙәр төҙөлгән. Тулы штат һаны һаҡланып ҡалған, - тип хәбәр итте Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Елена Арямнова.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дәүләт унитар предприятиелары (ДУП-тар) һәм муниципаль унитар предприятиелар (МУП-тар) 2019 йылда Дәүләт Думаһы ҡабул иткән 485-се законға ярашлы үҙгәртелә. 2024 йылдың 1 ғинуарынан 2025 йылдың 14 ғинуарына тиклем республиканың 97 унитар предприятиеһы ЕГРЮЛ-дан сығарылды, 23 предприятие үҙгәртеп ҡороу һәм бөтөрөү тамамалау стадияһында булды. Ҡануниәт талаптарын 2025 йылдың аҙағына тиклем үтәргә кәрәк.
Фото: Татьяна Круглова, "РБ".