Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
11 Март 2025, 21:33

Башҡортостан халҡы гәзиттәргә яҙылып, шәп бүләктәр ота

Республика һәм район баҫмаларына яҙылыу буйынса "Яңы йыл марафоны", "Яҙыл һәм бүләк от!" акцияларының еңеүселәре үҙ приздарын алды

Башҡортостан халҡы гәзиттәргә яҙылып, шәп бүләктәр ота
Башҡортостан халҡы гәзиттәргә яҙылып, шәп бүләктәр ота

Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан Сулпан Хәсәнов уҙған йылдың декабрендә "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто иғлан иткән "Яңы йыл марафоны" республика акцияһында берҙән-бер еңеүсе булды. Ветеран "Мораҙым" район гәзитенә яҙылып, акция шарттарына ярашлы, уның квитанцияһын лотереяла ҡатнашыу өсөн ебәреп, робот-саң һурҙырғыс отто.

- Уйындарҙа һәм лотереяларҙа миңә бер ҡасан да уңыш йылмайманы, һәм көтмәгәндә ошондай яңылыҡ! - тип шатлығы менән уртаҡлашты Сулпан Хәсәнов. - Йорт өсөн ошондай файҙалы көнкүреш техникаһын 8 Март алдынан тапшырыуҙары бик уңышлы, тормош иптәшемә яҡшы бүләк булды.

Ул "Күгәрсен хәбәрҙәре" гәзитенә һөйләүенсә, ғаиләһендә кисте гәзит йәки журнал менән үткәрергә яраталар, өйҙә китаптар ҙа бар.

- Ата-әсәйҙәр һәр саҡ төрлө республика баҫмаларына һәм район гәзиттәренә яҙылды, был ғәҙәтте мин дә мираҫ итеп алдым, - ти ул. - 1977 йылдан "Сельская жизнь", "Труд", "Человек и закон", "Ҡызыл таң", "Башҡортостан" тигән баҫмаларҙы, район гәзиттәрен алдырып уҡыйым. Матбуғат - иң ышаныслы мәғлүмәт сығанағы тип иҫәпләйем, бигерәк тә ул хәҙер ҡәҙерле.

Солтан Хәсәнов оҙаҡ йылдар һалым органдарында эшләгән, хәҙер пенсияла, әммә әүҙем тормош алып барыуын дауам итә. Ул 12 йыл инде Яҡшембәт ауылы мәсетенең имам-хатибы, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара, уларға көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам күрһәтә.

Тағы бер бәхет йылмайған яҙылыусы хаҡында "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите хәбәр итте. Хәйбулла районының Воздвиженка ауылынан Зөлфиә Васильченко "Яҙыл һәм бүләк от!" республика акцияһында ҡатнашып, телевизор отто. Зөлфиә Марат ҡыҙы әйтеүенсә, ул район гәзитен 1986 йылдан алдыра һәм унан айырылырға йыйынмай. Баҫма уның өсөн ошо йылдар эсендә ғаилә ағзаһына әйләнгән: балалары ла гәзит өлгөләренән хәрефтәр ҡушып уҡырға өйрәнгән, ейәндәре лә район яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһына.

- Яҡташтарым тураһында уҡыу һәр саҡ ҡыҙыҡлы, гәзиттә таныш йөҙҙәрҙе йыш күрәм, - ти ул.

"Яҙыл һәм бүләк от!" акцияһында еңеүселәр араһында Өфөнән Рима Рамазанова ла бар, уға ла бүләккә робот-саң һурҙырғыс сыҡты. Ике баҫмаға - "Республика Башкортостан" һәм "Уфимские нивы" гәзиттәренә яҙылыу уға уңыш килтергән. Рима Ғиззәтулла ҡыҙы әйтеүенсә, "Республика Башкортостан" баҫмаһы менән уны ысын мөхәббәт һәм дуҫлыҡ бәйләй.

- Был гәзит Башҡортостан тормошоноң бөтә яҡтарын яҡтырта: иҡтисад, халыҡтар һәм уларҙың мәҙәниәте, спорт, ял тураһында һөйләй, ҡалаларыбыҙҙың һәм ауылдарыбыҙҙың йөҙө нисек үҙгәреүен күрһәтә. Тәбиғәт, тыуған төйәгебеҙҙең матурлығы, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булған изге күңелле, намыҫлы кешеләр тураһында уҡырға яратам. Журналистарға һәм һәр номер өҫтөндә эшләүселәрҙең барыһына ла рәхмәт, - ти ул.

"Республика Башкортостан" гәзите хәбәр итеүенсә, 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу 18 февралдә Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында ойошторолдо. Әле республикала "Изге яҙылыу" хәйриә акцияһы бара. Уның сиктәрендә теләгән һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһен, ветеранды йәки башҡа кешене яратҡан баҫмаһына яҙҙыра ала.

Фото: "Күгәрсен хәбәрҙәре" һәм "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзиттәре; Ринат Рәзәпов.

 

Башҡортостан халҡы гәзиттәргә яҙылып, шәп бүләктәр ота
Башҡортостан халҡы гәзиттәргә яҙылып, шәп бүләктәр ота
Башҡортостан халҡы гәзиттәргә яҙылып, шәп бүләктәр ота
Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас