Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
19 Февраль 2025, 17:35

Башҡортостан матбуғат баҫмаларына яҙылыу буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Башҡортостан - баҫма киң мәғлүмәт сараларына яҙылыу кимәле буйынса иң юғары булған төбәктәрҙең береһе. Был хаҡта Президент ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә Рәсәйҙең һанлы үҫеш министры Мәҡсүт Шадаев хәбәр итте.

Башҡортостан матбуғат баҫмаларына яҙылыу буйынса лидерҙар иҫәбенә инде
Башҡортостан матбуғат баҫмаларына яҙылыу буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Уның һүҙҙәренсә, лидерҙар иҫәбенә Мәскәү, Краснодар крайы һәм Татарстан ингән. Әммә министр һуңғы биш йылда яҙылыу буйынса гәзит-журналдарҙың дөйөм күләме ике тапҡырға кәмеүен билдәләне: 2019 йылда 500 миллион дананан 2024 йылда 257 миллионға тиклем. Һанлы инфраструктураның үҫешеүе һәм интернеттың киң ҡулланыу мөмкинлеге бының төп сәбәптәренең береһе булып торҙо, айырыуса ауыл ерендә.

2020 йылдан ваҡытлы матбуғатты илтеп биреүгә тарифтар, социаль әһәмиәтле булыуы сәбәпле, инфляциянан әкренерәк артты. Президенттың ҡушыуына буйынса, "Рәсәй почтаһы" социаль әһәмиәтле баҫмаларҙы таратыуға 25 процентлыҡ ташлама яһай, ул һәр өсөнсө баҫмаға ҡағыла.

БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев билдәләүенсә, Башҡортостан илебеҙҙең иң күп уҡыусы төбәктәренең береһе булып һанала. Кешеләр һанлы форматҡа күсһә лә, баҫма һүҙгә ышаныс юғары булып ҡала, тип билдәләне ул. Әлеге ваҡытта республикала дәүләт баҫмаларының уртаса бер тапҡыр файҙаланыла торған тиражы 207 мең дананан ашыу тәшкил итә, тип хәбәр итә "Молодежная газета" баҫмаһы "Башинформ"ға һылтанма менән.

"Әбйәлил", "Инйәр", "Баймаҡ хәбәрҙәре", "Көйөргәҙе" һәм "Салауат" кеүек ҡайһы бер баҫмаларға яҙылыу кимәле артҡан, ә республика киң мәғлүмәт саралары араһында "Республика Башкортостан" гәзитенә яҙылыусылар һаны күбәйгән. Максим Ульчев был ҡыҙыҡһыныуҙы контенттың юғары сифаты һәм дөрөҫлөгө, шулай уҡ көнүҙәк темаларҙы, шул иҫәптән МХО зонаһындағы ваҡиғаларҙы һәм республикалағы кешеләрҙең тормошон яҡтыртҡан журналистарҙың эше менән аңлатты.

Ул шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың журналистарға ярҙам күрһәтеүен билдәләне. 2023 йылда ул "Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Батырлыҡ" премияһын булдырҙы, шулай уҡ Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия күләмен биш тапҡырға - 100-ҙән 500 мең һумға тиклем арттырҙы. Бынан тыш, төбәктә медиатармаҡҡа ярҙам итеүҙең башҡа саралары ла эшләй.

Фото: "Башинформ".

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас