Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Февраль , 17:25

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирында бүләктәр уйнатыла

Иртәгә, 18 февралдә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында иртәнге "Сәләм" тапшырыуының тура эфирында иртәнге 07.45 сәғәттә матбуғат баҫмаларына яҙылыусылар араһында ике уйын уҙасаҡ.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирында бүләктәр уйнатыла
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирында бүләктәр уйнатыла

Гәзит-журналдарға яҙылған республика халҡы "Яҙыл һәм бүләк от" (беренсе ярты йыллыҡҡа, шулай уҡ 2025 йылға яҙылыу) һәм "Яңы йыл марафоны" акцияларында ҡатнаша.

Туңдырыу лары, телевизор, ноутбук, робот-саң һурҙырғыс һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла. Бындай бүләктәргә һәр кем эйә була ала. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 февралдән 31 мартҡа тиклем төбәк халҡы бынан алдағы осор хаҡтары буйынса 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдар яҙҙыра ала. Почта бүлексәһе аша ғына түгел, шулай уҡ rbsmi.ru сайтында бер нисә минут эсендә онлайн яҙылырға мөмкин. Бының өсөн "Подписка" бүлегендә гәзитте йәки журналды һайлау ҙа етә. Баҫма һәм электрон версия ла бар.

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто иллюстрацияһы.

Самореклама. ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан" ИНН 0278066967 ERID: 2Vtzqxaete1.

"Республика Башкортостан" гәзите.

Автор:
Читайте нас: