Муниципалитет етәксеһе был акцияла һәр саҡ ҡатнаша һәм райондың йәмәғәт ойошмалары өсөн ваҡытлы матбуғат яҙҙыра. Уның хеҙмәттәштәре лә ситтә ҡалмай. Район етәксеһенең башланғысын Ермолаевка ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Марина Букреева һәм район Советы депутаты Ғәйнетдин Мөхәмәтов хуплап, шулай уҡ яугирҙәрҙең ата-әсәләренә "Көйөргәҙе" гәзитенә яҙылды, тип хәбәр итә район баҫмаһы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, акция "Башкортостан Республикаһы" нәшриәт йорто башланғысы менән үткәрелә, унда республиканың беренсе кешеләре әүҙем ҡатнаша.
Хәйриә акцияһына ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм унда һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә, күп балалы ғаиләләргә, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, оло йәштәгеләргә гәзит-журналдарға яҙҙырырға мөмкин.
Киң мәғлүмәт сараларына почтала ла, редакцияларҙа ла яҙылырға була. Бының өсөн ошо һылтанамаға https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ үтеп, баҫма йәки электрон гәзитте һайларға кәрәк.
Фото: "Көйөргәҙе" гәзите.