Йолаға әүерелгән йәйге осрашыу бөтә республика киң мәғлүмәт саралары һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәрен бер майҙанда берләштерҙе - Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә ҡунаҡтар килде. Сарала ҡатнашыусылар өсөн белем биреү, мәҙәни һәм спорт программалары ойошторолдо.
Журналистика бер урында тормай. Бөгөн интервью ала һәм репортаждар яҙа белеү генә етмәй. Заманса мәғлүмәт технологияларын үҫтереү журналистарҙан заман менән бергә атлауҙы түгел, ә тиҙ арала яңылыҡтарҙы үҙләштереүҙе һәм уйлап табыуҙы талап итә. Федераль эксперттар журналистар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Әйтәйек, «Телеграмда яңылыҡтар: аудитория менән эшләүгә креатив ҡараш» темаһына Ruptly видеоагентлығының рус телендәге телеграм-каналы етәксеһе Виктория Иванова һәм RT-ның төбәк телерадиокомпаниялары менән эшләү хеҙмәте етәксеһе Индира Жарова сығыш яһаны. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың был темаға ҡыҙыҡһыныуы аңлашыла - телеграм әлегә билдәһеҙ майҙансыҡ булып ҡала, әммә ул йүнәлеш бирә һәм шуның менән бәйле практиктарҙың һорауҙары тыуа. Спикерҙар уларға яуап биреп кенә ҡалманы, шулай уҡ контентты социаль селтәрҙә үҫтереү буйынса серҙәре менән уртаҡлашты.
Киң мәғлүмәт сараларында яһалма интеллект ҡулланыу ҙа шулай уҡ көнүҙәк тема булып тора. Был хаҡта РФ Журналистар союзы секретары, М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты доценты Роман Серебряный һөйләне. Ул нейроселтәр инструменттары, уларҙы файҙаланыу мөмкинлектәре һәм ҡулланыу хәүефе хаҡында ентекле һөйләне.
«Голос Правды» гәзите редакцияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры, Кубань Журналистар союзы рәйесе Диана Горбань фестивалдең тағы бер ҡунағы булды. Ул район һәм ҡала киң мәғлүмәт сараларының хәҙерге заман медиакиңлегендәге урыны, ҙур булмаған баҫманың муниципалитеттағы төп мәғлүмәт майҙансығына әйләнеүе хаҡында һөйләне.
Эшмәкәрлек өлкәһен тикшереүҙән тыш, киң мәғлүмәт саралары һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәренә квест, шулай уҡ күңел асыу программаһы һәм спорт ярыштары ойошторолдо, уларҙың йомғаҡтары буйынса еңеүселәр грамоталар менән бүләкләнде. Район-ара ижади берекмәләр вәкилдәре үҙҙәренең стендтарын тәҡдим итте. Өс ҡала һәм туғыҙ райондың киң мәғлүмәт саралары редакциялары ингән Төньяҡ район-ара ижади беркмә күргәҙмәһе ҡунаҡтарҙың иғтибарын йәлеп итте. Рус мәҡәлдәре һәм әйтемдәре аш-һыу өлгөһөндә тормошҡа ашырылған.
Сара аҙағында Башҡортостан Журналистар союзы менән Кубань Журналистар союзы араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Бынан алда беҙҙең республика яңы ҡушылған төбәктәрҙең - Луганск һәм Донецк Халыҡ республикаларының Журналистар союзы менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйғайны.
«Журфест» - ул ниндәйҙер яңылыҡҡа өйрәнеү мөмкинлеге. Журналистарҙың иң ҙур сараларының береһе булараҡ, ул республикабыҙҙа 13 йыл рәттән уҙғарыла. Йыл һайын киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡыуаныслы ваҡиғаларҙы бергә алып бара - көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алыша, бер үк ваҡытта республиканың матур урындарында ял итә.
«Республика Башкортостан» гәзите.