Унда көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды, сайттар һәм социаль селтәрҙәр алып барыу, көнүҙәк темаларҙы яҡтыртыу һәм башҡа бик күп нәмәләр тураһында һөйләнелде.
Башҡортостан Республикаһы дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев "Журналистика оҫтаханаһы: сайт, социаль селтәрҙәр һәм принт" проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранты Фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла тине.
Грант аҡсаһы гәзит редакциялары өсөн төрлө ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелә.
–Хәҙерге заман уҡыусылары баҫма мәғлүмәткә нығыраҡ ышана. Әлбиттә, был тармаҡта беҙ хәл итеү өҫтөндә эшләгән проблемалар ҙа бар. Шуларҙың береһе – почта эшләмәгән ауылдарға гәзит таратыуҙа проблемалар, – тине ул. Рәсүл Рәүеф улы журналистарҙы һөнәри оҫталыҡты юғалтмай, журналистик этиканы үтәп, уҡыусыға дөрөҫ мәғлүмәт еткерергә саҡырҙы.
"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң ваҡытлы матбуғат таратыу бүлеге начальнигы Айнар Байбулатов нәшриәт йортоноң йыл һайын "Изге яҙылыу"акцияһын уҙғарыуы хаҡында һөйләне.
Төньяҡ-көнсығыш ижади берекмә эше тураһында төньяҡ-көнсығыш МТО рәйесе Сөмбөл Исмәғилева һөйләне.
Төньяҡ-көнсығыш райондары гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре Мәсетле районындағы Оло Ыҡтамаҡ үҙәк дауаханаһының яңы бинаһында булып, хәйриә акцияһын үткәрҙе. Улар бәләкәй пациенттарға термопот бүләк итте. Мөхәррирҙәрҙе баш табип вазифаһын башҡарыусы Раян Мөхәмәҙиев һәм өлкән шәфҡәт туташы Рәмзилә Абзанова ҡаршы алды. Улар яңы бина буйлап экскурсия үткәрҙе.
Шулай уҡ журналистар республикала берҙән-бер булған ҡурай музейы менән дә таныштылар.
Гөлшат Рәйесова.