Өфөләге Матбуғат йорто эргәһендәге тантаналы саралар Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Һуңынан Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союздарына яңы ағзалар ҡабул ителде. Республика Матбуғатҡа яҙылыу көнө программаһын Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙ көйө менән асты.
Журналистарҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Елена Арямнова, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина һәм "Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев сәләмләне. Улар журналистарҙы һөнәри байрамдары - 14 июндә билдәләнәсәк Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы.
- Һүҙгә тоғролоҡ, һәр ваҡыт тормошта шатлыҡлы һәм ҡайғылы мәлдәрҙе тәүгеләрҙән булып күрә, республика халҡына ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында һөйләй һәм барыһына ла аңлайышлы итеп эшләй белеүегеҙ өсөн күп рәхмәт һүҙҙәрен әйтке килә, - тине Елена Арямнова. - Беҙ баҫма киң мәғлүмәт сараларын бик яратабыҙ, сөнки улар тарихыбыҙҙы һәм йолаларыбыҙҙы һаҡлай. Шуның менән бергә беҙ киләсәккә ҡарайбыҙ, һәм беҙҙең гәзит-журналдар республика халҡы булған бөтә мөхиттә лә әүҙемлеген арттыра. Баҫма киң мәғлүмәт саралары сифатлы, профессиональ материалдар яҙыуын бер нисә тапҡыр иҫбатланы. Хеҙмәтегеҙ, көн һайын үҙегеҙҙе һөнәргә бағышлап эшләүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!
- Һеҙҙең яҙғанда һалған хеҙмәтһеҙ, мәғлүмәт кешеләргә барып етмәйәсәк, - тип билдәләне Элина Ғатауллина. - Һеҙ уҡыусыларға бик кәрәкле мәғлүмәт бирәһегеҙ. Һаулыҡ, эшегеҙҙә илһам теләйем, һәр берегеҙҙең ҡәнәғәт һәм рәхмәтле уҡыусыһы булһын!
- Был байрамды беҙ һәр ваҡыттағыса матубуғатҡа яҙылыу кампанияһының финал өлөшөндә үткәрәбеҙ. Ә ошо байрамда беҙҙең яратҡан, тоғро уҡыусыларыбыҙ ҡатнаша. Был көндө беҙ тәү сиратта улар өсөн үткәрәбеҙ, - тине Рәсүл Сәфәрғәлиев. - Әгәр кемдер яҙылмаған булһа - һеҙ быны эшләй алаһығыҙ. Яҙылыусылар өсөн бүләктәр - льготалы яҙылыу, матур приздар уйнатыу әҙерләнек. Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалмаясаҡ - ваҡытында, тулы күләмдә мәғлүмәтте гәзит-журналдарыбыҙ биттәрендә алырға мөмкин. Журнал биттәрендә - ваҡиғаларҙы тәрән анализлау, республика шағирҙарының һәм яҙыусыларының иҫ киткес әҫәрҙәре. Журналистар беҙҙең иң кесе яҙылыусыларыбыҙ өсөн дә гәзит-журналдар сығара. Бөгөн мәғлүмәт ҡиммәт тора, ә ваҡытында алынған һәм дөрөҫ мәғлүмәт юғарыраҡ баһалана.
Иң яҡшы һөнәр эйәләре ведомство наградалары менән билдәләнде. Һуңынан төбәктең ҙур баҫмалары: «Республика Башкортостан», «Башҡортостан», «Ҡызыл таң», «Йәшлек», «Молодёжная газета», «Өмет», «Йәншишмә» гәзиттәре; «Ағиҙел», «Аҡбуҙат», «Әллүки», «Толпар», «Бельские просторы», «Аманат», «Ватандаш», «Башҡортостан ҡыҙы», «Башҡортостан уҡытыусыһ», «Рампа», «Сельские узоры», «Шоңҡар», «Тамаша»,«Һәнәк» журналдары журналистары үҙ баҫмаларын презентацияланы.
Байрам ҡунаҡтары журналистар, яҙыусылар һәм сәйәсмәндәр менән аралашты, китаптар һәм халыҡ ижады изделиелары йәрминкәһендә булды, шулай уҡ Башҡортостандың яратҡан артистары, мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары менән осрашты. Улар өсөн Нәзифә Ҡадирова, Зилә Лира, Руслан Зөлҡәрнәев, Заһир Шәйәхмәтов (Заһир Байыҡ), Ян Лира, Владимир Кузьмичев, Зөлфиә Ханнанова, Артур Туҡтағолов, Йәсминә Лоҡманова, Айнур Ғәзизов, Венера Юлгилдина, Харис Шәрипов, Гөлйемеш Клысова, Илнур Ишембаев үҙҙәренең музыкаль ҡотлауҙарын әҙерләгәйне.
Сарала Рәсәй почтаһы хеҙмәткәрҙәре эшләне, улар ҡунаҡтарға оҡшаған гәзит-журналдарға яҙылырға ярҙам итте. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: уҙған көндә төбәктә 2024 йылдың икенсе ярты йыллығына льготалы яҙылыу декадаһы башланды, шуға күрә байрамда ҡатнашыусыларға гәзит-журналдарға яҙылғанда ташламаларҙан файҙаланырға мөмкин булды.
Бынан тыш, «Изге яҙылыу» акцияһы ярҙамында «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң гәзит йәки журналына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең, туғандарының һәм яҡындарының ғаиләләре өсөн яҙылыу мөмкинлеге булды. Айырым акция - ошо изге эстафетаны дуҫтарыңа тапшырыу. Фотоны #ДобраяПодписка хештегы менән социаль селтәргә һалырға кәрәк.
Яҙылыусылар бүләктәр: "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортонан велосипед, аш-һыу өсөн техника, сымһыҙ наушниктар, пауэрбанктар уйнатыуҙа ҡатнашты. Дөйөм алғанда, байрамда уҡыусылар 250-нән ашыу дана республика, район һәм ҡала баҫмаларына яҙылды, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн дә.
Төп бүләк - велосипед «Башҡортостан ҡыҙы» журналына яҙылыусыға эләкте. Көнкүреш техникаһын «Һәнәк» һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарына яҙылыусылар алды.
Тележурналист Шәүрә Ғилманова бер юлы ике приз яуланы. Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы байрамда "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң ун гәзит-журналына яҙылыуын һөйләне:
- Журналист булараҡ шуны әйтә алам: халыҡтың кәйефе тап беҙҙең республика баҫмаларына нисек ярҙам итеүҙән тора. Уйламағыҙ, халыҡтың бөтә йөҙ проценты ла интернет менән генә файҙалана, алтмыш проценты интернетҡа барып етмәгән әле һәм гәзит-журналдар көтөп тора! Мин үҙемә генә түгел, ейәндәремә, апайҙарыма һәм ағайҙарыма ла яҙылдым. Бүләктәрҙең береһен «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналына яҙылыу һөҙөмтәһендә оттом, һәм мин бик шатмын, сөнки үҙем - уҡытыусы ла, журналист та!
Театрға билеттарҙы «Өмет» һәм «Йәншишмә»гә яҙылыусылар отто. Өҫтәл уйындарын «Аҡбуҙат», «Ватандаш», «Тамаша», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарына яҙылыусылар алды. Шулай уҡ өҫтәл уйыны «Башҡортостан-Йома» гәзитенә яҙылған, Белореттан ике яугир әсәһенә эләкте. Уның улдары Салауат Юлаев исемендәге батальон сафында хеҙмәт итә.