Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
7 Июнь , 17:38

Матбуғат йорто Өфөгә гәзит-журналдарға яҙылырға саҡыра

11 июндә республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы алдынан Матбуғатҡа яҙылыусы көнө үтә (6+).

Матбуғат йорто Өфөгә гәзит-журналдарға яҙылырға саҡыра
Матбуғат йорто Өфөгә гәзит-журналдарға яҙылырға саҡыра

14 июндә йыл һайын Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Журналистарҙың һөнәри байрамы алдынан "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто Матбуғат йорто ҡаршыһында матур йолаға әйләнгән байрам – Матбуғатҡа яҙылыу көнөн уҙғара.

"Республика Башкортостан" гәзите хәбәр итеүенсә, бында барыһын да бай программа көтә: журналистар, яҙыусылар, сәйәсмәндәр менән осрашыуҙар, китаптар, халыҡ ижады, керамика изделиелары йәрминкәһе. Башҡортостан артистары, мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында ҙур концерт була. Мәҫәлән, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Ҡадирова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Руслан Зөлҡәрнәев, Заһир Шәйәхмәтов (Заһир Байыҡ) һәм Гөлназ Биктимерова, танылған йырсы Ян Лира һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.

Концерт барышында республика гәзит-журналдарына яҙылыу ойоштороласаҡ. "Башҡортостан", "Республика Башкортостан", "Кызыл Таң", "Йәшлек", "Өмет" гәзиттәре, "Ватандаш", "Бельские просторы", "Рампа", "Аманат", "Аҡбуҙат", "Әллүки", "Шоңҡар", "Толпар" журналдары – был брендтар беҙҙең төбәктең имиджы менән тығыҙ бәйләнгән. Ә матбуғат баҫмалары үҙ яҙылыусылары өсөн бүләктәр әҙерләгән. Был көндө гәзит-журналдарға 10 процент ташлама менән яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ 1-се һәм 2-се төркөм инвалидтарына, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә лә өҫтәмә ташламалар яһала. Байрамда яҙылыусылар араһында велосипед, тостер, электр сәйнүге кеүек матур бүләктәр уйнатыласаҡ.

Бынан тыш, теләгән һәр кем "Изге яҙылыу" акцияһында ҡатнаша ала, "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто бренды аҫтында сыҡҡан теләһә ниндәй баҫманы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, тыл эшсәндәренә, туғандарына һәм яҡындарына яҙҙыра ала. Айырым акция – ошо эстафетаны дуҫтарына #ДобраяПодписка хештегы менән тапшырыу.

Байрам иртәнге сәғәт 11.00-ҙә башлана (6+). Социаль селтәрҙәрҙә #деньподписчика #подпишисьсейчас #подпишисьнарбсми #добраяподписка хештегтарын ҡуйып, буласаҡ ваҡиға тураһында мәғлүмәт таратығыҙ!

Фото: "Республика Башкортостан" гәзите. 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: