Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
2 Июнь , 18:50

Өфөлә журналистар балалар өсөн байрам үткәрҙе

Өфөләге "Арт-квадрат" майҙанысығында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан "Дуҫ булайыҡ!" байрамы уҙҙы. Ул "Мин башҡортса һөйләшәм" ғаилә башҡорт теле фестивале сиктәрендә ойошторолдо.

Өфөлә журналистар балалар өсөн байрам үткәрҙе
Өфөлә журналистар балалар өсөн байрам үткәрҙе

Сара ҡунаҡтары "Аманат", "Аҡбуҙат", "Әллүки" балалар һәм үҫмерҙәр журналдары һәм "Йәншишмә" гәзите журналистары менән аралашты, уйындар уйнаны, фотоға төштө, яратҡан баҫмаларын яҙҙырҙы, бүләктәр алды, тип яҙа "Молодежная газета" баҫмаһы.

"Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина йәш уҡыусылар өсөн "Башҡорт балаһының рухи терәктәре" тип аталған уйын ойошторҙо, унда балалар Башҡортостан, башҡорт халҡы тарихы буйынса һорауҙарға яуап бирҙе, шәжәрәләр, башҡортса-русса һүҙлектәр төҙөнө. Һәр ҡатнашыусыға татлы бүләк һәм журнал тапшырылды.

Балалар өсөн ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре һәм үҫтереүсе уйындар ойошторолдо. "Йәншишмә" гәзитенең йәш "дуҫтары" һәм әүҙем уҡыусылары фестиваль ҡунаҡтары менән бер ваҡытта шашка уйнау сеанстарын үткәрҙе. Берәү ҙә бүләкһеҙ ҡалманы. "Аманат" һәм "Әллүки" журналдары хеҙмәткәрҙәре үтеп барыусыларға татлы бүләктәр таратты һәм балалар баҫмаларын туған телдә уҡыуҙың файҙаһы тураһында һөйләне.

Шулай уҡ сарала "Изге яҙылыу" акцияһы ойошторолдо, унда теләгән һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, мохтаждарға, туғандарына һәм яҡындарына "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙыла алды.

Баймаҡ районынан Төләковтар МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһенә урындағы гәзиткә яҙылды. Азат һәм Лилиә Мәҡсүтовтар Балтас районынан яугирҙың ғаиләһе өсөн матбуғатҡа яҙылды. Ә Шаммасовтар ғаиләһе күп балалы ғаиләгә хәйриә ярҙамы бүләк итте.

Йәш уҡыусылар журналистарға ваҡытты ҡыҙыҡлы үткәреү, яратҡан журналдарын яҙҙырыу һәм уҡыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Әзиз һәм Айгиз Әлмөхәмәтовтар хәҙер үҙҙәренең йортонда “Аҡбуҙат” журналы алдырыуына шат һәм улар туған телдә хикәйәләр, шиғырҙар уҡыясаҡ, башватҡыстар сисәсәк һәм һүрәттәрҙе буяйасаҡ.

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто фотоһы.

Өфөлә журналистар балалар өсөн байрам үткәрҙе
Өфөлә журналистар балалар өсөн байрам үткәрҙе
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: