Республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа үтте. Унда “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң ике баҫмаһына (республика, район йәки ҡала) бер йылға йәки ярты йылға яҙылғандар ҡатнашты.
«Яҙыл һәм бүләк от!» конкурсы сиктәрендә робот-саң һурҙырғыс, ноутбук, телевизор һәм ҡар таҙартыу машинаһы уйнатылды. Ишембай районының Көҙән ауылынан Минзилә Ғатауллина бәхетенә телевизор сыҡты. Баймаҡтан Венер Абдрахманов "Баймакский вестник" һәм "Йәшлек" гәзиттәренә яҙылып, ҡар таҙартыу машинаһы отто. Ул ДОСААФ-тың Баймаҡ бүлексәһендә инструктор булып эшләй, ойошмала коллектив менән ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу йолаһы һаҡланыуы хаҡында һөйләне. Район гәзите материалдарынан Абдрахмановтар ғаиләһе ҡала тормошонан һуңғы яңылыҡтарҙы белә, яҡташтары тураһында мәҡәләләр уҡый.
– Район гәзитендә спорт, сәйәсәт, ижад һәм башҡа темаларға мәҡәләләр табырға мөмкин. Бының менән баҫма беҙҙең, гәзит уҡыусылар, өсөн бик ҡиммәтле, – ти Венер Абдрахманов.
– Матбуғат баҫмаһында йәнәш йәшәгән кешеләр, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары һәм мауығыуҙары, таланттары һәм яҙмыштары хаҡында яҙыуҙары миңә оҡшай. Хатта гәзиттәге иғландар ҙа күберәк ышаныс уята, мутлашыусыларға ла юлыҡмайһың, – тигән фекерҙә Елена Абдрахманова.
"Стерлитамакский рабочий" һәм "Ҡызыл таң" гәзиттәренә яҙылыусы Гүзәл Ҡорбанғоловаға туңдырғыс лары сыҡты. Уның республика акцияһында приз отоуы тураһында мәғлүмәт тәүҙә баҫманың сайтында һәм социаль селтәрҙәрендә барлыҡҡа килә. Әммә Гүзәл Ҡорбанғолова үҙенең уңышы тураһында гәзиттең ҡағыҙ баҫмаһынан ғына уҡып белә.
– Беренсе тапҡыр ғына отмайым, – ти Гүзәл Риф ҡыҙы. – Бер ваҡыт гәзиттә газды хәүефһеҙ ҡулланыу буйынса һорауҙар баҫылып сыҡты. Уларға яуап бирергә ирем ярҙам итте, һөҙөмтәлә бүләккә өҫтәл газ плитәһе алдыҡ.
Гүзәл Ҡорбанғолова – 36 йыл инде "Стерлитамакский рабочий" гәзитенең тоғро уҡыусыһы. "Ҡызыл таң" гәзите хаҡында ла яҡшы фекерҙә. Уны һәр ваҡыт ата-әсәһе Стәрлебаш районының Ҡуғанаҡбаш ауылында яҙҙырған булған. Стәрлетамаҡҡа күсеп килгәс, ҡатын бала сағында яратҡан баҫмаһына тоғро ҡала.
"Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто вәкилдәре ауылдарға һәм ҡалаларға барып, еңеүселәргә тантаналы шарттарҙа бүләктәр тапшырҙы, тип яҙа "Молодежная газета" баҫмаһы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был һуңғы приздар уйнатыу түгел һәм бөтә яҙылыусыларҙың да уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге буласаҡ, сөнки "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто ғәҙәттәгесә ошондай конкурстар үткәрә. Теләгән һәр кем матбуғатҡа яҙылыу квитанцияның күсермәһен ебәрә һәм ҡиммәтле бүләктәр ота ала.