Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаев төйәгендә, уның исемен йөрөткән районда ҙур ҡаршылыҡтар, бик күп ауырлыҡтар аша “Йүрүҙән” гәзите асыла. Өс тиҫтә йыл үтһә лә, баҫма үҙенең төп милли асылына, традицияларына тоғро ҡала.
Бөгөн гәзит сығарыу менән дүрт хеҙмәткәрҙән торған коллектив шөғөлләнә: баш мөхәррир Айҙар Самат улы Ноғаманов (редакцияла 2007 йылдан эшләй), яуаплы секретарь Гөлшат Рәйес ҡыҙы Шәмсетдинова (2001 йылдан), хаттар һәм мәғлүмәт бүлеге мөдире Лиана Франгил ҡыҙы Вәлиуллина (2013 йылдан) һәм верстка буйынса инженер Лилиә Фәрит ҡыҙы Рамазанова (2009 йылдан эшләй).
Төрлө темаға: “Һаулыҡ”, “Йәшлек”, “Мөғәллим”, “Иман”, “Илһам” махсус биттәр сығарыла. “Көн үҙәгендә”, “Район Хәкимиәтендә”, “Беҙгә яҙалар”, “Көнүҙәк мәсьәлә”, “Һорау – яуап”, “Нисек йәшәйһең, ауыл?” һ.б. даими рубрикалар алып барыла. Йыл һайын “Йүрүҙән” һылыуы” фотоконкурсы уҙғарыла. Сайтта, социаль селтәрҙәрҙә эшмәкәрлек үҫешә, Интернетта аудитория киңәйә. Шуны билдәләп үтеү мөһим, “Йүрүҙән” гәзите рәсми сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә эшләү буйынса рейтингыла республиканың төрлө телдәге район баҫмалары араһында иң яҡшы унау иҫәбендә килә.
“Йүрүҙән” гәзите редакцияһы Һаҙый Арыҫланов исемендәге “Башҡортостан экологияһы” III республика журналистар конкурсында өсөнсө урын яулап, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик именлекте тәьмин итеү өлкәһендә һөҙөмтәле һәм әүҙем журналист эшмәкәрлеге өсөн БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығы, БР Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса дәүләт комитеты Дипломы менән наградланған (2000 йыл). БР Журналистар союзының төньяҡ-көнсығыш район-ара ижади берекмәһе дипломдары һәм грамоталары менән бүләкләнгән. “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының киң мәғлүмәт сараларында заманса мультимедиалы проекттар булдырыуға Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына конкурс еңеүсеһе булды (2021 йыл).
Баш мөхәррир Айҙар Ноғаманов БР Журналистар союзы (2012 йыл), Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика комитеты Президиумы (2018 йыл) Почет грамоталары, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты (2021 йыл) менән бүләкләнгән. Хаттар һәм мәғлүмәт бүлеге мөдире Лиана Вәлиуллина “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто ДУП-ының “Йыл селтәренең иң яҡшы журналисы” конкурсында еңеү яуланы (2019 йыл), “Фольклориада – 2020” фотоконкурсында – икенсе урын, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Еңеү йәштәр күҙлегенән” республика фотоконкурсында беренсе урын алып, БР Профсоюздар федерацияһы Дипломы менән бүләкләнде (2020 йыл); БР Журналистар союзы Почет грамотаһы менән наградланды (2023 йыл). Яуаплы секретарь Гөлшат Шәмсетдинова, верстка буйынса инженер Лилиә Рамазанова оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Салауат районы Хакимиәте Почет грамотаһы, “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто ДУП-ы Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Бөгөн гәзит менән йәмәғәт хәбәрселәре: Мирхәйҙәров Рифат Мәүлит улы (Башҡорт Илсекәйе ауылы), Байдәүләтова Гөлнур Таһирйән ҡыҙы (Йонос), Фәссәхов Амур Сәғит улы (Лаҡлы), Ситдиҡова Венера Мәхәсим ҡыҙы (Лағыр), Йомаҙилова Фәриҙә Рәхим ҡыҙы, Сәлимханов Илбарис Флүр улы, Шакиров Салауат Таһир улы (Тирмән), Дәүләтшина Вәдиға Тимерйән ҡыҙы, Исмәғилева Флүрә Флорит ҡыҙы (Әлкә), Саматов Рауил Ким улы, Ғәлиева Көнһылыу Ҡазихан ҡыҙы, Ҡазиханова Индира Риф ҡыҙы, Камалетдинова Наталья Николаевна (Малаяҙ), Ҡотошкина Гөлсөм Әнүәр ҡыҙы (Ҡалмаҡтар), Сафина Зөлфиә Ким ҡыҙы, Кәбирова Алиса Фларис ҡыҙы (Янғантау), Мөсәлләмова Сәлимә Нуриман ҡыҙы (Мөрсәлим), Сәйфетдинова Мәҡсүдә Хатмулла ҡыҙы (Яхъя), шулай уҡ матбуғат ветерандары Яруллина Нурия Кинйәбай ҡыҙы (Ахун), Латипова Рәйлә Рәшит ҡыҙы (Малаяҙ) әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
Салауат районының “Йүрүҙән” ижтимағи-сәйәси гәзите 1994 йылдан 2021 йылдың аҙағына тиклем аҙнаһына 2 тапҡыр сығып килде. 2022 йылдан аҙнаһына бер 8 битле баҫма итеп сығарыла. Ойоштороусылары – Башҡортостан Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто ДУП-ы. Гәзит Бөрө мәғлүмәт үҙәге типографияһында баҫыла.
Айҙар Ноғаманов,
"Йүрүҙән" гәзитенең баш мөхәррире.
Тарихи белешмә
Салауат районы гәзите 1935 йылда ойошторола. 1935–1941 йылдарҙа – “Большевистик колхозға”, 1942–1952 йылдарҙа “Большевик” тип аталған башҡорт телендә гәзит сыға. 1953–1962 йылдарҙа “Путь Октября” (башҡорт телендәге дубляжы – “Октябрь юлы”), 1962–1990 йылдарҙа – “Ленинское знамя” (“Ленин байрағы”), 1990 йылдан “На земле Салавата” (дубляж – “Салауат ерендә”) тип аталған рус телендә гәзит нәшер ителә. Район гәзитенең беренсе мөхәррире билдәле башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ире Ғәзиз Әминев була.
“Йүрүҙән” район гәзите башҡорт телендәге үҙ аллы милли баҫма булараҡ 1994 йылдан бирле сыға. Тәүге мөхәррире булып 1994–1996 йылдарҙа БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғафаров Хатмулла Абдулла улы эшләй, 1996–1999 йылдарҙа – Хәсәнов Иҙел Тимерйән улы, 1999 йылдан 2006 йылға тиклем “Йүрүҙән” гәзитенең баш мөхәррире булып Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Яруллина Нурия Кинйәбай ҡыҙы эшләй. 2007–2015 йылдарҙа – Латипова Рәйлә Рәшит ҡыҙы. 2015 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем баш мөхәррир – Ноғаманов Айҙар Самат улы.
Төрлө йылдарҙа редакцияла яҙыусылар Зәйнәб Биишева (1935 йыл), Ярулла Вәлиев (1946–1948 йылдарҙа мөхәррир), яҡташтарыбыҙ: Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов (1962–1963 йылдарҙа бүлек мөдире), Г.Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты Сафуан Әлибаев (1960–1961 йылдарҙа әҙәби хеҙмәткәр) эшләй. Башҡорт телендәге үҙ аллы милли гәзитте асыу өсөн Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, күренекле журналист Буранғолов Айҙар Ғиниәт улы (1990–1998 йылдарҙа эшләгән) һәм уның тормош иптәше, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты Ғәббәсова Зилә Саҙрый ҡыҙы (1970–2006 йылдар) күп көс һалған. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар редакцияла хеҙмәт ветерандары Ғәббәсов Сәләх Саҙрый улы (1968–2002 йылдар), Таһирова Зарема Әүдәх ҡыҙы (1974–2009), Сиражева Резеда Фәссәх ҡыҙы (1994–2009), Низаметдинов Нурислам Сулпан улы (1994–2009), Рамазанова Венера Ғәфүрйән ҡыҙы (1994–2014), Вәлиева Зилә Ишдәүләт ҡыҙы (1982– 2021) һ.б. эшләне.
Заһиҙуллин Тархан Сәғит улы (Әлкә ауылы), Миһранов Искәндәр Абрар улы, Садиҡов Ғәтиәт Ғиниәт улы, Мөғтәбәрова Мөслимә Мәһәҙи ҡыҙы (Арҡауыл), Хәмитов Тельман Вәли улы (Лағыр), Мирхәйҙәрова Рәүзиә Ғатаулла ҡыҙы (Нәсибаш), Ниғмәтйәнов Миҙхәт Ғилмөхәмәт улы (Лаҡлы), Сафин Мәғәмүр Хәбир улы (Торналы), Йәғләмүнов Мәғәфүр Хәбиб улы, Ғарифуллина Зануфа Ғәүнетдин ҡыҙы (Икенсе Иҙелбай), Закирова Шәрифә Мөхәмәт ҡыҙы (Урмансы ауылы), Мөхәмәтдинов Кәрим Хәйбулла улы, Пестрикова Нәзифә Ғабдулла ҡыҙы (Малаяҙ ауылы) төрлө йылдарҙа әүҙем йәмәғәт хәбәрселәре була.
1997 йылда Салауат районы Хакимиәте ҡарары менән “Йүрүҙән” гәзитенең Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов исемендәге премияһы булдырыла. Рәми Ғарипов исемендәге премияға педагогик хеҙмәт ветераны Миһранов Искәндәр Абрар улы (Арҡауыл ауылы), “Йүрүҙән” гәзитенең бүлек мөдире, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы Ғәббәсова Зилә Саҙрый ҡыҙы, хеҙмәт ветераны Закиров Марс Фәйез улы (Торналы ауылы), Арҡауыл урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Сапожникова Римма Флүр ҡыҙы, Димова Руфина Рәмил ҡыҙы, “Земля Салавата. Земля Батыра” энциклопедияһын (“Ғилем”. Өфө, 2010) төҙөүсе Сабирйәнова Сәнә Ғәфүр ҡыҙы, Арҡауыл ауыл биләмәһенең ижади коллективы (етәксеһе Хәйретдинова Луиза Хәбир ҡыҙы) лайыҡ булды.