Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Ғинуар , 18:45

Силәбе яҙыусылары Башҡортостандың алдынғы баҫмалары лауреаттары булды

Силәбе өлкәһендә йәшәгән ике башҡорт яҙыусыһы Рәшит Хәкимов һәм Урал Ҡолошев «Ватандаш» журналы һәм «Башҡортостан» гәзите лауреаттары булды. Бүләкләү тантанаһы Башҡортостан Матбуғат йортонда үтте.

Силәбе яҙыусылары Башҡортостандың алдынғы баҫмалары лауреаттары булды
Силәбе яҙыусылары Башҡортостандың алдынғы баҫмалары лауреаттары булды

- Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙарының ижады тыуған төйәгенән тыш, сит илдәрҙә лә юғары баһалана. Төбәктән ситтә йәшәгән башҡорт авторҙарының ижадына һәр яҡлап ярҙам итәбеҙ, сөнки маҡсаттарыбыҙҙың береһе - халыҡтың тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау ғына түгел, уны байытыу, - тип билдәләне республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Рәшит Хәкимов башҡорт мәғрифәтсеһе, дин әһеле, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтың тарихына арналған «Япон-мулла йәки имамдың ауыр юлы» тигән тарихи роман яҙған. Әҫәр «Ватандаш» журналының биш һанында донъя күрҙе һәм башҡорт яҙыусыһының Силәбе өлкәһендә яҙған тәүге тарихи романы булды.

Яҙыусы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Урал Ҡолошев Силәбе өлкәһендә башҡорт тарихын, мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн «Башҡортостан» гәзите лауреаты исеменә лайыҡ булды.

- Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәүсе әҙәбиәтселәргә ярҙам күрһәтә. Бөгөн республика баҫмалары Силәбе өлкәһе авторҙарын баҫтырыу өсөн асыҡ. 2024 йылға Силәбе авторҙарының бер нисә китабы «Китап» республика нәшриәтенең баҫмалар планына индерелгән, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.

Жанна МИРОНОВА.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

"Республика Башкортостан" гәзите.

Автор:
Читайте нас: