Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙин музейында журналистарға премиялар тапшырылды. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия менән “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, билдәле яҙыусы Мөнир Ҡунафин – Тәтешле районы яугиры Фәнис Хөсәйенов тураһында “Бер ғүмер етмәй икән” очеркы һәм “Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине” юлъяҙмалары, “Благоварские вести” гәзите редакцияһы коллективы – “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” мәҡәләләр циклы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының журналистар коллективы "Тәмле. Беҙ бергә" милләт-ара проекты өсөн бүләкләнде. Уларҙың эштәре 11 шәхси автор һәм өс ижади коллектив араһынан һайлап алынды, тип хәбәр итә “Республика Башкортостан” гәзите.
Премияны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары, конкурс комиссияһы рәйесе Урал Килсенбаев тапшырҙы. Ул һуңғы йылдарҙа журналистарҙың, илебеҙҙең бөтә халҡы һымаҡ уҡ, пандемия һәм махсус хәрби операция кеүек ҡатмарлы шарттарҙа йәшәүен билдәләне.
– Махсус хәрби операция һәр кешегә тәьҫир итте, ә киң мәғлүмәт сараларына был ваҡытта ҙур мәғлүмәт һөжүмдәрен еңеп сығырға тура килә, – тине Урал Таһир улы. – Халыҡҡа дөрөҫлөктө еткергән барлыҡ журналистарыбыҙға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Был айырым яуаплылыҡ.
Урал Килсенбаев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның күләме киләһе йылға биш тапҡырға артып, 500 мең һумға етәсәген белдерҙе. Бынан тыш, киң мәғлүмәт саралары проекттарын тормошҡа ашырыуға гранттар формаһында 50 миллион һум бүленәсәк һәм “Хәҡиҡәт. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” премияһы булдырыласаҡ. Был халыҡҡа бөгөн алғы һыҙыҡта торған яугирҙәребеҙ тураһында дөрөҫ мәғлүмәт еткергән журналистарға хөрмәт күрһәтергә тейеш. Урал Таһир улы әйтеүенсә, был дәртләндереү саралары журналистарҙың ауыр хеҙмәтенә хөрмәт күрһәтеүҙе белдерә һәм медиа өлкәһенә йәштәрҙе йәлеп итергә булышлыҡ итәсәк.
Фото: Александр ДАНИЛОВ, “Республика Башкортостан”.