Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
7 Ноябрь 2023, 12:15

Республика йәштәр баҫмалары бер быуатлыҡ юбилейына саҡыра!

Башҡортостанда сыҡҡан “Йәшлек”, “Өмет” һәм “Молодежная газета” гәзиттәренә быйыл 100 йыл тулды

Республика йәштәр баҫмалары бер быуатлыҡ юбилейына саҡыра!
Республика йәштәр баҫмалары бер быуатлыҡ юбилейына саҡыра!

Республика йәштәр баҫмаларының бер быуатлыҡ юбилейы 8 ноябрҙә Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә. Байрамда билдәле йырсылар Венер Камалов, Айҙар Ғәлимов, Рәсүл Ҡарабулатов, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Гөлсөм Бикбулатова, Заһир Иҫәнсурин, Ҡала мәҙәниәт һарайы солистары, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары сығыш яһаясаҡ.

Концерт алдынан фойела республика йәштәр баҫмаларының тарихына бағышланған күргәҙмәләр эшләйәсәк. Шунда уҡ гәзит-журналдарға яҙҙырыу ойоштороласаҡ (18.00 сәғәттән).

Йәштәр баҫмалары үҙҙәренең барлыҡ авторҙарын, уҡыусыларын һәм дуҫтарын байрамға саҡыра. Сара 19.00 сәғәттә башлана. Инеү ирекле (0+).

Фото: Молодежная газета

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: