Иң яҡшы өс поэма араһында Нурислам Низаметдиновтың да ижад емеше булыуы һөйөндөрҙө. Ул республика конкурсына үҙенең “Минең данлы Башҡортостаным” эпос-поэмаһын тәҡдим итте. Автор башҡорт халҡының IX–XVI быуаттарҙағы тарихын поэмаға һалған.
Талантлы райондашыбыҙ, һәүәҫкәр шағир Нурислам Сулпан улына “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин Өфөлә Башҡортостан Яҙыусылар союзында конкурстың Дипломын тапшырҙы (һүрәттә).
Нурислам Низаметдиновтың “Минең данлы Башҡортостаным” поэмаһын тәҡдим итәбеҙ.
“Минең данлы Башҡортостаным”
(поэма)
“...тарих яҙҙым ултырып ташына)
“Жалок народ, для коего прошедшее не существует”
Цитата из к/ф “Барышня-крестьянка”
Бик боронғо замандарҙа
Волганан вә Тубылғаса,
Урал-Яйыҡ йылғаһынан
Алыҫ ятҡан Камағаса,
Уңдырышлы тигеҙлектәр,
Йәйрәп ятҡан киңлектәрҙә,
Таҙа һыулы һәм балыҡлы
Киң йылғалар аҡҡан ерҙә,
Кейек ҡоштар, бай урмандар,
Солоҡ ҡорған бал ҡорттары –
Әкиәттәргә хас урында
Йәшәгән ил башҡорттары.
Тәүге тапҡыр башҡорт илен
Телгә алған ибн-Фаҙлан,
Ишеткәнен, күргәндәрен
Көндәлеккә яҙып барған.
Үткән ғәрәп илселеге
Уғыҙ-ҡыпсаҡ илен гиҙеп,
Еткән башҡорт ерҙәренә
Яйыҡ тигән йылға кисеп.
Кинәле, Туҡ, Соран аша
Был ғәрәптәр һыуҙар кискән,
Ҙур Сәрмәсән йылғаһынан
Болғарҙарға килеп еткән.
Болғарҙарҙан көнсығышта
Тау-урманлы төбәктәрҙә,
Башҡорт халҡы йәшәгәнен
Беҙ беләбеҙ ғәрәптәрҙән.
Болғарҙан башҡорт иленә
Бара торған юлдар киткән,
Шунан Волга болғарҙары
Бик йыш ҡына һөжүм иткән.
Тау-урманда һәм далала
Ағастан төҙөлгән йорттан
Торған булған ҙур ҡалалар
Зыян күргәндәр уттан.
Иҙрисиның тарихында
Бар яҙылған ҙур ҡалалар –
Ҡараҡыя һәм Ҡазира,
Мазира, тип аталалар.
Бөйөк телсе Ҡашғариҙың
Иҫбат иткән фарызында
Башҡорт теле иң ҙур төркөм
Төрки телдәр араһында.
Туғыҙынсы быуаттарҙа
Мәҙәниәт тураһында
Асыҡ һөйләй ҡаласыҡтар,
Ерләү септә табуттарҙа,
Бай ҡурғандар, ҡомартҡылар,
Ырыуҙаштар ҡәберҙәре,
Бергә күмеп ҡалдырылған
Эйәр-өпсөн әйберҙәре,
Пластиналы көмөш-алтын,
Бик ҡупшылы билғауҙары,
Һалындырып алдын-артын,
Төшөп торған һырғалары.
Ҡаплап ҡуйы селтәр һымаҡ
Иркен урман-далаларҙы,
Алты йөҙләп ауылдарҙа
Һәм боронғо ҡалаларҙа,
Көньяҡ Урал киңлегендә –
Хәтһеҙ сикһеҙ биләмәләр,
Шунда берҙәм йәшәгәндәр
Башҡорт тигән ҡәбиләләр.
Үләнгә һәм һыуҙарға бай
Ипкен, таулы көтөүлектәр
Халыҡтарҙы бында арбай,
Мәжбүр итә күсеүлеккә.
Игенселек һәм малсылыҡ
Менән кәсеп итеүҙәрен,
Металдарҙы эшкәртеүҙә
Байтаҡ алға китеүҙәрен,
Биҙәүестәр, эш ҡоралы,
Хужалыҡҡа кәрәк-яраҡ,
Ҡаҙылдыҡтар араһында
Оҙон тешле тимер тараҡ
Табылыуы иҫбат итә
Хужалыҡта уңғандарын,
Махсуслашҡан һәр кәсептә
Оҫталарҙың булғандарын.
Башҡорт менән күршеләрҙең
Тығыҙ сауҙа бәйләнеше,
Мәғлүм булған иҡтисадта
Тәңкә аҡса әйләнеше.
Европаның көнсығышын
Бәйләп Себер халҡы менән
Халыҡ-ара сауҙа юлы
Үткән башҡорт ерҙәренән.
Затлы металл, солоҡ балы,
Ҡупшы ебәк, аҫыл таштар,
Туҡымалар һатып-алып,
Сауҙа иткән ватандаштар.
Башҡорт дәүләт ойошмаһы
Һәм сәйәси берләшмәләр
Тураһында тарих һөйләй,
Бик боронғо белешмәләр.
Мәшһүр Башйорт башҡорт ханы
Ике меңләп атлы булған
Башҡорттарҙың дружинаһын
Ил һаҡларға ойошторған.
Күрше булып уғыҙҙарға,
Сиктәш булып ҡырғыҙҙарға,
Килмәк менән хазарҙарҙың
Биләмәһе араһында
Йәшәгәндәр башҡорттарҙың
Дәүләтендә Башҡорт ханы
Менән ғәскәр башлыҡтары,
Тип фарызлай Әл-Джейхани.
Евразия далаһының
Төрки телле халыҡтарын
Берләштергән башҡорт менән
Табыныуы бер Аллаға.
Тәңре Ҡояш – берүк
Алла Күк көмбәҙен сағылдырған,
Ун ике хаким, унан ҡала,
Башҡорттарҙы табындырған.
Көньяҡ Урал ерҙәренә
Татар монгол һөжүм иткәс,
Сал быуаттар киҫешендә,
Ҙур боролош булып киткән
Башҡорт иле үҫешендә:
Сыңғыҙ хандың ҙур ғәскәре
Ергә бәлә-ҡаза яға –
Көньяҡ Себер, Иртыш аша
Һөжүм иткән Азияға.
Бөтә Себер, Ҡаҙағстан,
Ерен Урта Азияның,
Ҡаршылыҡҡа ҡарамаҫтан,
Яулап алған монгол ханы.
Халыҡ-ара мөһим хәлде
Башҡорттар ҙа аңлағандар,
Илгә бәлә килгән мәлдә
Ситтә тороп ҡалмағандар.
Илгә баҫып ингән дошман
Менән яуға күтәрелгән
Һәм ун дүрт йыл ныҡ һуғышҡан
Башҡорт татар-монгол менән.
Бик күп булған юғалтыуҙар,
Еңеүҙәргә өлгәшкәндәр,
Һәм ахырҙа солох төҙөп,
Монгол менән килешкәндәр.
Үҙ илендә башҡорт ханы
Идара итеүе тураһында
Яҙған венгр Юлианы
Сәйәхәттәр яҙмаһында.
Хөкөм эшен башҡарыуҙа
Татар-монгол хакимдәре
Булған хужа, Алтын Урҙа
Хандарының вәкилдәре.
Башҡорттарҙан йыйып бүләк,
Үҙ башлығын ҡуйып һанға,
Мөйтән бейҙе, уңыш теләп,
Ебәргәндәр Сыңғыҙ ханға.
Хан бик ҙурлап, ҡаршы алған,
Хөрмәт менән Мөйтән бейгә,
Урал бейе башҡорттарҙан
Сәләм биреп, башын эйгән.
Төрлө һынауҙарҙан аҙаҡ,
Сыңғыҙхандың ярандары
Араһында урын алған
Һәм бер аҙға тороп ҡалған.
Мөйтән бей ҙә бөйөк ханға
Кәңәшмәгә саҡырылған,
Кергән дәүләт эштәренә,
Идара итеү оҫталығы,
Аҡыл-һәләт көстәренә
Ышанғас та Мөйтән бейҙең,
Хан үҙенә саҡырып алған,
Әмер биреп ярандарға,
Бына шундай фарман һалған:
“Ағиҙелдең йылғаһының
Башынан алып тамағына
Ҡәҙәр булған ерҙәр менән
Уның ҡушылдыҡтарына,
Урмандары, туғайҙары,
Яландары менән бергә,
Шул уҡ Урал тауҙарының
Көнсығыш битләүҙәре,
Бөтә урман, яландары,
Туғайҙары менән бергә,
Ишем, Ирман, Иртыш тигән
Йылғалары ятҡан ерҙәр,
Яйыҡ йылғаһы башы менән
Яры буйлап ике яҡтан,
Ялпы тау һәм Яйыҡтың
Ярҙарынан Көнсығышта
Тубылға тиклем һуҙылған
Ҡушылдыҡтар менән бергә
Бөтә ерҙәр, урмандары,
Көтөүлектәр, яландары,
Ер аҫты байлыҡтары,
Йәйләүҙәре, ҡышлауҙары,
Төбәктәре менән бергә
Башҡорттарға мәңгелеккә
Ярлыҡ менән бирергә” – тип
Дәрәжәле ярлыҡашҡа
Имза ҡуйған монгол ханы
Һәм өҫтәгән, бынан башҡа:
“Был ерҙәргә хоҡуҡ гелән,
Баҡыйлыҡҡа китеү менән,
Мөйтән бейҙең улдарына
Һәм артабан нәҫел-нәсәп,
Вариҫтарҙың ҡулдарына
Тейеш булыр гел күсәсәк”.
Башҡорт ханы нәҫелдәре
Торған ырыу баштарында,
Был хандарҙың исемдәре
Ҡалған ҡәбер таштарында.
Татар-монгол баҫып алған
Батшалыҡтар, иң әүәлен,
Кисекмәҫтән ханһыҙ ҡалған,
Иң абруйлы кешеләрен
Язалатып үлтергәндәр,
Сөнки, улар ихтималда,
Ҙур хәүефлек килтергәндәр –
Саҡырғандар ихтилалға.
Бындай тәҡдир ҡағылмаған
Башҡорттарҙың хандарына,
Үҙ илендә хаким иткән
Затлы ҡатламдарына.
Сәбәптәре ниҙә, тиһәң –
Башҡорт менән монголхандар,
Союздашлыҡ ниәтенән,
Килешеүгә ынтылғандар.
Шуға күрә, Сынғыҙхандың
Мөйтән бейҙың исеменә
Ярлыҡашта атап биргән
Ерҙәр, бөтә сиге менән
Туғыҙынсы-ун икенсе
Быуаттарҙа ғүмер иткән
Ата-баба ерҙәренә
Бермә-берсә тура килгән.
Башҡорттарҙың төп төйәге –
Көньяҡ Урал – аҫыл Ватан
Булып ҡалған бөтөнләйгә
Һәм үҫешен һаҡлай алған.
Буйһондоролған халыҡтар
Менән идара итеү йөҙөнән
Монголдар үҙаллы дәүләт
Алтын Урҙаһын төҙөгән.
Ингән уның составына
Ҡаҙағстан, Урал, Кавказ
Себер, Урта Азияһы,
Волга буйы ерҙәре һәм
Ҡара диңгеҙҙең төньяғы.
Был дәүләттең баш ҡалаһы
Булған тәүҙә болғарҙарҙың
Болғар тигән ҙур ҡалаһы,
Ә һуңынан, тағы бында
Мәшһүр Волга йылғаһының
Түбәнге яҡ ағымында
Һарай-Бату, Һарай-Берке
Ҡалалары һалынғандар.
Алтын Урҙа дәүерендә
Аяуһыҙлыҡ, ғәрәсәттәр,
Иҙеү, талау һәм үлтереү
Күскән рәсми сәйәсәткә.
Башҡорт халҡы азатлығын
Юғалтыуға килешмәгән,
Ирекһеҙлек ғазаплығын
Юҡ итергә күтәрелгән
Иле өсөн көрәштәргә.
Бер тарихи сығанаҡта
Бына шундай мәғлүмәт бар:
Болғар һәм Башгирд иле –
Оло ил һәм буй етмәҫ ер,
Монголдарҙың, бынан элек,
Баҫып алыуҙарына
Ҡарамаҫтан, халыҡтары
Ҡабат-ҡабат баш күтәрҙе
Һәм ул һаман тулыһынса
Буйһонмаған башкиҫәргә.
Башҡорт халыҡ ижадында
Был хәлдәр сағылыш тапҡан:
Яуыз татар-монголдарға
Ҡаршы сығып, яуға сапҡан
Сураман батыр һәм улдары
Аҡман менән Тоҡман булған,
Һуңға тиклем баш эймәгән
Ялыҡ, тигән башҡорт ханы
Баҫҡынсыға ҡаршы яуҙа
Ике улын юғалтҡаны
Тураһында киң һүрәтләй
“Һуңғы һартай” легендаһы.
Баш күтәргән ҡыпсаҡтарҙың
Бошман атлы батыр ханы
Тураһында сығанаҡтар
Дәлил менән раҫлай аны.
Һаҡлағанда тыуған илен,
Яуҙа ҡыпсаҡ ҡыйратылған,
Етәксеһе Бошман үлем
Язаһына тарттырылған.
Ҡыпсаҡтарҙың бер өлөшө
Көньяҡ Уралға күскәндәр,
Башҡорт менән берегешеп,
Ырыуҙаш булып киткәндәр.
Башҡорттарҙы көсләп ҡушыу
Алтын Урҙа дәүләтенә,
Шаҡтай ауыр эҙемтәле
Булған башҡорт милләтенә.
Этник халыҡ сафтарында
Булған тәрән үҙгәрештәр,
Ҡәбиләләр юҡҡа сыҡҡан
Үткән ҡанлы бәрелештә.
Көньяҡ Урал ерҙәренә
Татар-монгол менән бергә
Табын, ҡыпсаҡ, һалйот, ҡалмыҡ
Һәм башҡа ҡәбиләләр
Төркөмдәре ябырылған,
Төбәктәге яҡшы булған
Ерҙәр яңы ҡәбиләләр
Ҡулдарына тапшырылған.
Ҡарағанда башҡорттарҙың
“Алдар менән Зөһрә” тигән
Мәшһүр яҙма эпосына –
Өфө йылға тамағынан
Алып Кама йылғаһына
Табан күсеү йүнәлеше
Билдәле, тип иҫкә алына.
Яңы дәүләт хужалары
Халыҡтың иҫәбен алған,
Ер бүлешеү ойоштороп,
Биләмәгә ыҙан һалған.
Шулай итеп кешеләрҙе
Билдәле бер биләмәләр
Ырыуҙарға еректергән,
Берләштергән ҡәбиләгә.
Ә ырыуҙар башлыҡтары,
Чиновниктар ролен үтәп,
Башҡарғандар сәйәсәтен
Татар-монгол дәүләтенең.
Улар менән ябай малсы
Һәм игенсе араһында
Ғәҙәттәге мөнәсәбәт,
Тышҡы яҡтан ҡарағанда,
Ҡан ҡәрҙәшлек һымаҡ булһа,
Ысынбарҙа хужаларға
Бер һүҙһеҙ буйһоноуға
Принцип һалынған яйға.
Башҡорттар ҙа башҡа халыҡ
Кеүек һалым түләгәндәр,
Хәлдән килмәҫ һалым өсөн
Башҡорттар баш күтәргәндәр.
Олоһонан, кесеһенән
Түләткәндәр йыйым-һалым,
Хатта бер көнлөк сабыйҙан
Яһаҡ йыйған монгол ханы.
Башҡорттар ыласын ебәреп,
Тәьмин иткән хан һунарын,
Монгол ханы балаһының
Алып барған хужалығын,
Мал-мөлкәтен ул һаҡлаған,
Ылау менән йыһазлаған,
Өҫтәүенә башҡорт халҡы
Хәрби хеҙмәт алып барған.
Туҡтамыш хан рустарҙан,
Черкестарҙан, болғарҙарҙан,
Ҡыпсаҡтарҙан, башҡорттарҙан
Һәм шулай уҡ муҡшыларҙан
Торған һанһыҙ сиреү һымаҡ
Арыу уҡ ҙур ғәскәр менән
Тимур ханға үлем янап,
Ҡаршы яуға күтәрелгән.
Башҡорт ере әүерелгән
Алтын Урҙа хандарына
Ҡаршы сығып бәрелешкән
Ҡанлы көрәш майҙанына.
Шулай итеп юғарыла
Алтын Урҙа ханы торған
Һәм түбәнге ҡатламдарҙың
Баҫҡысына тап ҡоролған
Типик феодал йәмғиәте
Башҡортта ойошторолған.
Монгол ханы исеменән,
Вассаллыҡ нигеҙендә,
Аҫта башҡорт бейҙәре
Идара иткән илендә:
Күсеү өсөн ҡәбиләгә
Маршруттарҙы күрһәткәндәр,
Ҡәбиләләр араһында
Таратып биргән ерҙәрҙе,
Эштәренә күҙәткәндәр
Һалымсы нөгәрҙәрҙең.
Алтын Урҙа дәүләтенең
Икһеҙ-сикһеҙ майҙаны ла,
Шунда булған халҡы менән,
Башҡорт ере телгеләнгән
Монгол ханы файҙаһына,
Олоҫтарға бүлгеләнгән.
Вазифалы хан улдары
Торған олоҫ баштарында
Һәм иң яҡын туғандары.
Улар хандың исеменән
Файҙаланып власть биргән
Сикләнмәгән хоҡуҡ менән
Бар халыҡты интектергән.
Ойошҡас та Алтын Урҙа,
Олоҫона хан Шибандың –
Туғанының Бату хандың –
Көньяҡ Урал, йәнә шуға
Урта Азия, Ҡаҙағстандың
Байтаҡ ере ингән булған.
Шибан үҙенең ерҙәрендә
Иҫәпһеҙ-һанһыҙ хужалығы,
Эш ҡолдарын итеп йәлеп,
Бихисап йылҡы көтөүҙәре
Менән иткән күсәбәлек,
Көньяҡ Урал һырттарына
Алып килгән малын ҡыуып,
Һалҡынайтҡас, ҡыштарына,
Төшкәс тә ергә һыуыҡ,
Хужалығы менән бергә
Көньяҡтарға киткәндәр –
Ҡыҙылҡом һәм Ҡараҡомға
Тиклем барып еткәндәр.
Хужалыҡтың күсеп йөрөүе
Ябай ғына булмаған,
Хеҙмәтләүгә хан сиреүен
Халыҡтарҙы ҡоллаған.
Күп һандағы ҡәбиләләр
Күсеп килеүе менән
Көньяҡ Урал ерҙәрендә
Дала, тауҙар битләүенән
Алтын Урҙа хандарының
Туған-тыумасаһының
Малдары өсөн көтөүлеккә
Биләмәләр күсерелгән.
Сикһеҙ ауыр ҡыйынлыҡтар
Мәжбүр иткән көрәштәргә,
Ирек даулап, был халыҡтар
Әлдән-әле баш күтәргән,
Кеше үткеһеҙ урындарға,
Ҡая, тау-таш араһына,
Дөм ҡараңғы урмандарға
Ҡасҡан хандың ҡарауынан.
Майҙанының бик ҙурлығы,
Тарихи башҡорт ерендә
Ултыраҡ тормош хужалығы
Ныҡ үҫешкән дәүерендә
Оҙаҡ һуғыш алып барыу,
Азатлыҡҡа ынтылыуға
Мөмкинселек бирә алған
Һәм уңышлы тамамлауға
Иҡтисади нигеҙ һалған.
Был уңыштар киң сағыла
Башҡорттарҙың тарафынан
Илбаҫарҙы үҙ яғына
Йота башлау барышынан.
Оҙаҡ ваҡыт бергә-бергә
Күнеп йәшәү шарттарында
Мәҙәниәт һәм көнкүрештә
Айырмалар юйыла барған
Һәм баҫҡынсылар, бер аҙҙан,
Төп халыҡтар менән бергә
Яйлап ҡына инә барған
Этник берләшмәләргә.
Бындай хәлдәр уртаҡ булған
Бөтә Алтын Урҙа өсөн
Һәм килтергән юғалтыуға
Илбаҫарлыҡ итеү көсөн.
Был йәһәттән урта быуат
Тарихсыһы Әл-Ғүмәрҙең
Яҙған һүҙе булыр яуап:
– Монголдар ҡыпсаҡтар менән
Аралашып китте һәм “ер
Тәбиғи раса сифатынан
Өҫтөн булды, әйләнделәр
хас ҡыпсаҡҡа, аралашыуҙан,
Әйтерһең дә улар менән
Булған һымаҡ бер ырыуҙан”.
Шулай итеп, бына ингән
Башҡорттарҙың составына
Ҡатай, Табын, Меңдәр
Һәм ҡыпсаҡтар менән бергә
Башҡа бик күп ҡәбиләләр
Килеп кергән беҙҙең ергә.
Ике быуат, дөйөм алһаң,
Монгол иҙеүе һуҙылған,
Башҡорттарға яҙмыш һалған
Сикһеҙ ауыр һынау булған.
Ун бишенсе быуаттарҙа
Берҙәм дәүләт Алтын Урҙа
Нигеҙҙәре ҡаҡшай барған
Һәм үҙаллы дүрт ханлыҡҡа
Аҙаҡ килеп ул тарҡалған.
Был ханлыҡтар юҡтан ғына
Тиҙ барлыҡҡа килмәгәндәр,
Хандан башҡа, электән дә,
Эске-тышҡы сәйәсәтен
Өҫтөнлөклө үткәргәндәр.
Үҙәк хандың көсһөҙләнеү
Яйы менән файҙаланып,
Ханлыҡтарҙың хакимдәре
Иғлан иткән үҙаллылыҡ,
Һәм үҙҙәрен Алтын Урҙа
Хандарының вариҫтары
Итеп ҡуйған урынына.
Алтын Урҙа тарҡалғас та,
Башҡортостан ерҙәрен
Бүлеп алған өс ханлыҡтар,
Үҙәк һәм төп биләмәһен
Нуғай тигән ханлыҡ алған,
Көнбайыштағы өлөшө
Ингән Ҡазан ханлығына,
Көнсығышта тороп ҡалған
Киң ерҙәргә Себер ханы
Хакимлығы ҡулын һалған.
Ун икенсе быуат менән
Ун бишенсе быуаттарҙың
Араһында башҡорттарҙың
Идара иткән хандарының
Мәғлүм булған исемдәре
Ил тарихы фәндәренә.
Исмәғил хан һәм Туҡый хан,
Аҡташ, Илһам, Буҙйән хандар
Хәҙергә тиклем һаҡланған
Шәжәрәгә яҙылғандар.
Был хандарҙың исемдәре
Ҡәбер-ташҡа баҫылғандар,
Аҙаҡ урыҫ белгестәре
Тарафынан асылғандар.
Иван Грозный замандашы
Әсән хандың ҡәберендә
Бар яҙыулы ҡәбер ташы
Тәтешленең ерҙәрендә.
Исемдәре һаҡланыуы
Башҡорт иле хандарының
Раҫлай, тимәк, башҡорттарҙың
Үҙ дәүләте булғанлығын.
Алтын Урҙа һәм артабан
Татар-монгол ҡул(ы) аҫтында
Нуғай, Себер һәм Ҡазан
Ханлыҡтары составында
Йәшәүҙәре башҡорттарҙың
Дәүләтселек сифатының
Әйтмәй тамам юҡ булғанын,
Аңлата ул ханлыҡтарҙың
Йәшәү рәүешен алғанын.
Башҡорт халҡы ерһеҙ ҡалған
Килмешәктәр файҙаһына,
Буйһондоролған халыҡтың
Ҡаршылығы үҫә барған
Алтын Урҙа хандарына.
Башҡорттарҙы артабан да
Буйһондороп тотоу өсөн
Монгол – хандар ҡулланғандар
Ислам тигән диндең көсөн.
Илдә хандың хакимлеген
Өҫтөн ҡуйыу маҡсатынан,
Уны алла тарафынан,
Тип әйткәндәр, яратылған,
Бүленеүен был донъяның
Байҙарға һәм ярлыларға,
Ҡаршылашҡан халыҡтарҙың
Буйһоноуын илбаҫарға,
Бай һәм ярлы был донъяла
Тик алланың ҡөҙрәтенән,
Тип халыҡҡа аңлатылған.
Ун дүртенсе быуат башы,
Утыҙынсы йылдарында
Ислам динен көсләп ҡушыу
Барған башҡорт араһында.
Ислам динен таратыуҙы
Рәсми дәүләт сәйәсәте
Кимәленә тиклем ҡуйған
Урҙа ханы Үзбәк булған.
Баҫҡынсының иҙеүенән
Ауыр хәлдә, тамам ялҡып,
Изге яуға күтәрелгән
Иле өсөн башҡорт халҡы.
Әммә башҡорт үҙе генә
Илбаҫарҙы ең(ә) алмаған.
Ханлыҡтарҙың иҙеүенән
Еңел генә ҡотолмаған.
Ун алтынсы быуаттарҙың
Уртаһында үҙгәрештәр,
Урта Волга буйҙарында
Барған ҡаты бәрелештәр.
Һуғыш башлап, рус дәүләте
Барған Ҡазан ханлығына,
Үлем сиге менән барған
Ҡан ҡойошло ҡаты яуҙа
Тар-мар иткәс, Ҡазан ауған.
Аҙаҡ Нуғай ханлығы ла
Барған эске ыҙғыштарҙан
Ныҡ ҡаҡшаған тамырынан
Урыҫ менән һуғыштарҙа.
Ауыр хәлдән сығыу өсөн
Башҡорт халҡы көслө дәүләт
Ярҙамына мохтаж булған,
Шуға күрә, улар, тәүләп,
Көслөрәк илдең ҡанаты
Аҫтына инергә ынтылған.
Һайлауына был аҙымды
Рус батшаһы Ивандың,
Ҡолатҡас та Ҡазанды,
Эске-тышҡы сәйәсәтен
Тыныс үткәреү хаҡы ла
Иҙелгән башҡорт халҡына
Тәьҫир иткән ныҡ ҡына.
Тирә-яҡта халыҡтарҙы,
Буйһондороу маҡсатынан,
Дәүләтенә урыҫтарҙың
Ҡушылырға саҡырылған.
Рус батшаһы дәүләтенән
Бөтә ергә грамоталар
Менән илсе ебәрелгән,
Былай хәбәр иткән улар:
– Үҙ динендә һәр кем ҡалһын,
Үҙ ерендә йәшәһендәр
Һәм һаҡлаһын үҙ йолаһын,
Ситкә ҡасып китмәһендәр.
Грамотаның эстәлеге
Башҡорттарҙың араһында
Булған, буғай, киң билдәле,
Шәжәрәгә ҡарағанда,
Рус дәүләте вәкилдәре
Башҡорт еренә барғандар,
Үрге ҡатлам хакимдәрен
Ҡушылырға саҡырғандар.
Үрге ҡатлам ғына түгел,
Хатта ябай халыҡтар ҙа
Үҙ теләге менән күнгән
Ҡушылырға урыҫтарға.
Башҡорттарҙың вәкилдәре,
Инеү шартын белешкәндә,
Тәүҙә барып, Ҡазандағы
Рус батшаһы наместнигы
Аша ғына һөйләшкәндәр.
Хөкүмәттең һәр ырыуҙа
Власты бей һәм кенәздәрҙең
Ҡулдарында ҡалдырыуы,
Илдә дини әһелдәрҙең
Үҙ диненә табыныуы,
Башҡорттарҙың үҙ еренә
Хужа булыуын таныуы
Рус батшаһы тарафынан
Указ менән нығытылған.
Был, башҡорттар ҡарашынан,
Төп шарттарҙың бере булған.
Тәүҙә Ҡазан ханлығының
Ҡул аҫтында булған халыҡ –
Көнбайыш һәм төньяғының
Башҡорттары нигеҙ һалып,
Илселәрен ебәргән һәм
Подданныйлыҡ алып кергән.
Был төбәктә ул заманда
Йәшәгәндәр Бәйләр, Йәнәй,
Ғәйнә, Гәрә һәм Урандар,
Быуындары хәҙер йәшәй
Яңауыл һәм Краснокамда.
Ғәйнә ырыуы исеменән,
Һүҙ берләшеп, ҡәбиләләр
Айсыуаҡ бей илсе менән
Мөрәжәғәт ебәрәләр.
Рус иленә ҡушылыуға
Хәрәкәттәр артабан да
Үҙәк, көньяҡ-көнсығышта
Ырыуҙарҙа арта барған.
Күп һанлы, көслө һаналған
Мең ырыуы башҡорттары
Подданныйлыҡ һорап барған,
Дүрт ҡәбилә башлыҡтары.
Мең ырыуы быуындары
Хәҙер Өфө һәм Шишмәнең
Биләп алған райондарын,
Бишбүләк менән Әлшәйҙә,
Дәүләкән һәм Миәкәнең
Ерҙәрендә күп йәшәйҙәр.
Сама менән шул ваҡытта
Ҡазанға килгән ҙур Юрматы
Ырыуы өсөн башҡорттар,
Тәтегәс бейҙе оҙатып,
Өс түбәнән барған ҡарттар.
Аҡ батшаға аҙаҡ килеп,
Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Үҫәргәндәр,
Табын ырыуы үҙ вәкилен,
Илселәрен ебәргәндәр.
Ун алтынсы быуаттарҙың
Туҡһанынсы йылдарына
Урал арты башҡорттары
Ингән Рәсәй составына.
Рус дәүләте тиктән генә
Яһамаған ташламалар,
Башҡорттар ҙа өҫтәренә
Алған етди йөкләмәләр.
Бөтәһенән элек улар
Хәрби хеҙмәт алып барған,
Кәсептәрҙән бал һәм һуҫар,
Ҡондоҙ менән ҡамаларҙан
Тире биреп, яһаҡ һалған.
Рус дәүләте үҙ ерҙәрен,
Башҡорт ере иҫәбенә,
Киңәйткән байтаҡ ҡына,
Уның сиге Яйыҡ менән
Еткән Тубыл йылғаһына.
Башҡорттарҙың тарихында
Яңы дәүер башланған,
Феодалдар араһында
Ыҙғыштар тынып ҡалған.
Урта Волга буйҙарынан
Башҡортостанға, бер аҙҙан,
Рус һәм рус булмаған
Крәҫтиән халҡы ағылған.
Ҡушылыуы башҡорттарҙың
Урыҫтар менән бергә,
Ике яҡлап халыҡтарҙың
Теләгенә яуап биргән.
Ләкин ябай башҡорт халҡы,
Рус иленә инеү менән,
Ҡотолмаған тархандарҙың
Һәм байҙарҙың иҙеүенән,
Ҡыҫымынан дворяндарҙың
Һәм юғары ҡатламдарҙың.
Башҡорт халҡы ун алтынсы-
Ун етенсе быуаттарҙа
Һамар менән Һарытауҙың
Тәңгәлендә һәм Волганың
Алып урта ағымынан,
Етеп Тубыл йылғаһына,
Яйыҡ, Илек һыуҙарынан
Кама менән Сылваһына
Тиклем ҙур һәм киң йәйелгән
Күп ерҙәрҙе иңләгән.
Ул ваҡытта Башҡортостан
Алып торған ҙур майҙанды –
Өлөшләтә Татарстан,
Пермь, Һамар һәм Ҡурғандың,
Свердловский һәм Силәбе,
Ырымбур һәм Һарытауҙың
Өлкәләрен ул биләгән.
Юҡтан түгел – беҙгә килгән
Һәр бер батша чиновнигы
Иркенлеккә иҫе киткән,
Хайран ҡалған был киңлеккә.
Ун алтынсы быуаттарҙың
Тап икенсе яртыһында,
Йәшәгәндәр тик башҡорттар
Ғәзиз тыуған яҡтарында...
Нур ИСЛАМ.